Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2019, 10:57

Нисәнсе йылда тыуғандар быйыл диспансеризация үтә?

Инвалидлыҡҡа килтергән һәм иртә үлемгә сәбәпсе булған хроник сирҙәрҙе алдан асыҡлау маҡсатында уҙғарылған диспансеризация дауам итә.

Медицина сараһын 3 йылға бер тапҡыр 18 йәштән алып бөтәһе лә үтергә тейеш. Былтыр районда 16323 кеше (100 процент) диспансеризацияға йәлеп ителгән. Шул иҫәптән 4099-ы ауылда йәшәүселәр, 7105-е - эшләүсе һәм 9218-е - эшләмәүсе.

4900 граждан өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән. 1000 кеше - I , 7102-һе - II, 8221-е III һаулыҡ төркөмөнә ҡарай. Беренсе урында - йөрәк-ҡан тамырҙары, икенселә - эндокрин, өсөнсөлә нервы системалары сирҙәре.

Быйыл был мөһим сараны 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995,1998,2001 йылда тыуғандар үтә.
Читайте нас: