Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 16:13

Иғтибар үҙәгендә — социаль мәсьәләләр

Баҙлыҡта ауыл биләмәһендә йәшәүселәр менән осрашыу уҙҙы

Баҙлыҡ Күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә уҙған сарала үткән йыл һөҙөмтәлре hәм ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр тураһында фекер алыштылар. Айырым алғанда, һыу менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, мобиль элемтә менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы hәм янғын техникаһын һатып алыу мөмкинлеге мәсьәләләре күтәрелде. Халыҡ һорауҙарына район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин, район башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семенов, район башлығының төҙөлөш hәм тораҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Артур Ғәлиев, ауыл биләмәһе башлығы Юрий Васильев яуап бирҙе.

Осрашыу барышында социаль мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар. Быйыл Баҙлыҡтың Үҙәк урамында һыу үткәргесте hәм ауылдың урам юлдарын ремонтлау планлаштырыла. Ауыл биләмәһе фельдшер-акушерлыҡ пункттарында кәрeкле ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Бынан тыш, Наил Ғабдулла улы район хакимиәтенең hәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә иткән урындағы башланғыстарҙа ла ҙур иғтибар биреләсәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү темаһын да ҡуҙғаттылар. Әлеге тармаҡта эште яйға һалыу быйыл иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора, шуға күрә бында йәшәүселәрҙе актив уртаҡ эшләргә hәм сүп-сар менән эш итеүгә яуаплы ҡарарға саҡырҙылар. Барлыҡ һорауҙар контролгә алынды, улар буйынса эш планлы режимда алып барыласаҡ.

Шундай уҡ осрашыу уҙған йылдың аҙағында Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы менән дә уҙғарылды. Бындай осрашыуҙар дауам итәсәк.

Олег ЛЕОНТЬЕВ
Читайте нас: