Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 20:37

Мунсалар ниңә яна?

Мунса именлек талаптарын үтәгәндә генә шатлыҡ hәм сихәт бирәсәк

Рәсәйҙә байрамдарҙа кешеләр мунса инергә ярата, тип ҡабул ителгән инде. Һәм эҫерәк булған һайын, ул яҡшыраҡ. Әммә әлеге күңелле hәм һаулыҡ өсөн файҙалы ваҡыт үткәреү hәр ваҡытта ла яҡшы тамамланмай. Бәләбәй район-ара күҙәтеү эштәре hәм профилактик эштәр бүлеге байрам hәм ял кoндәрендә янғын һүндереүселәрҙе саҡырыу һаны арта, hәм шуның бер сәбәбе — мунсаларҙың йыш яныуы, тип иҫкәртә. Әйҙәгеҙ, асыҡлап китәйек: мунсалар ниңә яна?

Мунса янғындарының иң киң таралған сәбәптәре мейескә яғыу менән бәйле, әлбиттә, сөнки ауылда күп ваҡыт ҡаты яғыулыҡ менән яғылыусы мунса мейестәре тәшкил итә. Ике сәбәп тә кеше эшсәнлеге менән бәйле: мейес hәм төтөн сыға торған юлдың дөрөҫ булмауы, мейесте ҡулланған ваҡытта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу.

Белгестәр дөрөҫ булмаған ҡоролма hәм мейестең hәм төтөн сығыу юлдарының төҙөк булмауына миҫалдар килтерә ала:

- мейес ауыҙы алдында иҙәндә ҡалай булмау;

- мейестә hәм төтөн сығыу юлдарында ярыҡ булыу;

- мейес hәм төтөн сығыу юлдары менән тоташҡан урындарҙа (йыш ҡына түшәм hәм түбә) ара булмау;

- мейес һәм төтөн сығыу юлдары яһалған материалдың, эксплуатациялаy шарттары тура килмәү.

Мейестәрҙе дөрөҫ ҡулланмау һөҙөмтәһендә, ғәҙәттә, мейес hәм төтөн сығыу конструкцияларының артыҡ ҡыҙыуы hәм, һөҙөмтәлә, тирә-йүндәге материалдарға ут ҡабыуы. Шулай уҡ мунса мейестәрен дөрөҫ ҡулланмау өлгөһө булып, ҡайһы берҙә еңел hәм тиҙ яныусан шыйыҡлыҡтар ярҙамында ҡаты яғыулыҡ яндырыу тора, ул ҡапыл дөрләп китеп, мейес ауыҙынан сыға. Йыш ҡына шул рәүешлe, бисара мейес яғыусы тәне бешеүҙән йәрәхәт ала.

Мунсаларҙа янғындың иң киң таралған сәбәптәренeң береһе - электр йыһаздарын дөрөҫ монтажламау hәм эксплуатациялаy.

Алексей ДАНИЛОВ,

Бәләбәй төбәк-ара күҙәтеү эшсәнлеге hәм киҫәтеү эше бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: