Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 20:53

Яҡтылыҡ булыр!

«Инцидент» аналитик системаһы халыҡтың хакимиәткә булған проблемалы мәсьәләләрен hәм уларға ҡарата реакцияһын күҙәтеп тора

Октябрь урталарында, Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләнгәндн һуң, Башҡортостанда бер нисә компьютер программаһы эшләй башланы, улар эре социаль селтәрҙәр — «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм» hәм «Фейсбук» — үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ hәм оператив хәл итeргә ярҙам итә. Гәзит редакцияһы «Инцидент» системаһы эшен яҡтыртасаҡ.

«Иҫәнмеһегеҙ, Радий Хәбиров. Һеҙгә Бишбүләк районының Пчельник ауылында йәшәүселәр яҙа. Беҙгә ярҙам итегеҙ, зинhар. Беҙ бөләкәй генә ауылда йәшәйбеҙ, эргәлә генә урман. Ауылда алты йыл элек урам уттарын һүндерҙеләр. Бында күп балалы ғаиләләр йәшәй һәм hәр ғаиләлә мәктәп йәшендәге бала бар. Иртән балалар ҡараңғыла ауыл башына туҡталышҡа бара. Эргәлә генә урман. Барырға бер аҙ ҡурҡыныс, әле эттәр, әле урмандан төлкөләр килеп сыға. Аусылар ҙа атҡылай уларҙы. Хатта өлкәндәргә лә ҡурҡыныс. Беҙ инде ике йыл ауыл Советы башлығынан урам уттарын тоташтырыуҙарын һорайбыҙ, фонарҙар бар, уларҙы тоташтырырға кәрәк, әммә беҙҙең башлыҡ, беҙ мөрәжәғәт иткәндә, гел яуаптан ситкә китә. Беҙгә әлеге мәсьәлә буйынса ярҙам итегеҙ, зинhар. Бик үтенеп һорайбыҙ һеҙҙән».

Айгөл Бикбулатова,

Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов аңлатма бирә:

— Район тораҡ пункттарын яҡтыртыу мәсьәләһе район хакимиәте контролендә. Яҡтыртҡыстар һәм сығым материалдары һатып алынған. 25 декабргә ҡәҙәр Пчельник, Ҡандра-күл, Ивановка, Калиновка, Юғары Көрмәҙе, Ибрай ауылдарында урам уттарының өҫтәмә яҡтыртҡыстары урынлаштырылған, улар барыһы ла штат режимында функциялана
Читайте нас: