Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 20:38

Юлсылар hәр ваҡыт эштә

Район юл ремонт-төҙөлөш идараһының ундан ашыу юл берәмек техникаһы юлдарҙы көн һайын ҡарҙан таҙарта

Ҡышын, бигерәк тә ҡар яуған ваҡытта, районда юлдарҙың торошо мәсьәләһе актуаль булып ҡала. Юлсыларҙың киҫкен эш режимы тураһында Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы диспетчеры Динар Зарипов һөйләй.

— Был көндәрҙә көн һайын иртәнге сәғәт 4-тән үҙебеҙҙең машина йөрөтөүселәргә hәм тракторсыларға юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн 11 — 15 берәмек техникаға йүнәлтмә бирәм, — ти Динар Марат улы. — Был Бишбүләк — Әлшәй районы, Бишбүләк — Миәкә районы, Бишбүләк — Ырымбур өлкәһе, Бишбүләк — Дим, Ольховка hәм Хомутовка юлдары, шулай уҡ райондың башҡа тораҡ пункттары.

Таҙартыу техникаһы артынса уҡ маршруттар буйынса ҡатнаш юл машиналары сыға. Улар текә юл күтәрелештәре, шулай уҡ йәйәүлеләрҙең урам аша сығыу урыны hәм дөйөм белем биреү мәктәптәре hәм балалар баҡсалары янындағы автомобиль юлдарында ҡом hәм гравий ҡатнашмаһын тарата.

— Көслө бурандар hәм көрт өйөмдәре арҡаһында техника 16 сәғәттән һуң, ә ҡайһы берҙә төн урталарында ғына ҡайта, — тип дауам итә Динар Зарипов. — Был ғәжәп тә түгел: сөнки машина йөрөтөүселәр hәм тракторсылар ике сменала эшләй. Кемдер ҡар әсирлегенә эләккән булһа йәки тағын да насарыраҡ — юл-транспорт hәләкәтенә тарыһа, беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙҙе төндә лә ашығыс рәүештә саҡырталар. Юлсылар зыян кyреүселәргә hәр ваҡыт ярҙамға киләсәк.

Владимир СМОЛОВ

Автор фотоһы.
Читайте нас: