2014 йылдан башлап «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү hәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал hәм аҙыҡ-түлек баҙарын яйға һалыу» дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» ярҙамсы программаһы эшләй, ул ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Программала ҡатнашырға мөмкин:
- хеҙмәт килешеүе буйынса 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр hәм йәш белгестәр (йәш ғаилә ағзаларының береһе булһа ла) ауыл ерендә агросәнәғәт комплексында йәки социаль өлкәлә индивидуаль эшмәкәрлек алып барыу (төп эш урыны) буйынса эшләүсе;
- йәшәү урыны буйынса ауылда эшләүсе 35 йәштән өлкәнерәк граждандар.
Граждандар, шул иҫәптән йәш ғаиләләр hәм йәш белгестәр социаль түләү алыу хоҡуғына түбәндәге осраҡтарға эйә:
- ауыл ерендә даими йәшәүселәр (йәшәү урыны буйынса теркәлеү);
- ауыл ерендә хеҙмәт килешеүе йәки шәхси эшмәкәрлек эшсәнлеге (төп эш урыны) буйынса эш (социаль түләүҙәр алыусы сараларҙың йыйылма исемлегенә индереү датаһына кәмендә бер йыл өҙлөкһөҙ рәүештә бер йыл дауамында алып барыла);
- торлаҡ төҙөү (һатып алыу) хаҡының 30 проценттан да кәм булмаған күләмдә үҙенең hәм (йәки) заем аҡсалары булыу,
- торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, тип таныу.
Граждандарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар булараҡ таныу Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 51-се статьяһында билдәләнгән ҡағиҙәгә ярашлы даими йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан тормошҡа ашырыла.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, тип танылғандан һуң, граждандар, йәш ғаиләләр hәм үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләк белдергән hәм ҡағиҙәләрҙең дөйөм шарттарына яуап биреүсе йәш белгестәр Бишбүләк ауылы, Еңеү урамы, 13, (115 кабинет) адресы буйынса муниципаль район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура hәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенә билдәләнгән формала ғариза, документтар менән мөрәжәғәт итәләр.
Ауыл ерендә йәшәүсе граждандарға, шул иҫәптән йәш ғаиләләргә hәм йәш белгестәргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләүҙәр биреү тәртибе hәм шарттары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 20 февралендәге 49-сы һанлы ҡарары (артабан - ҡағиҙәләр) менән раҫланған. Ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең hәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләре (артабан — ҡағиҙәләр) билдәләнгән.
Программа буйынса мәғлүмәт (ғариза формаһы, документтар исемлеге, шарттар) хакимиәттең рәсми сайтында урынлаштырылған
https://bizhbulyak.bashkortostan.ru /торлаҡ программалары/ торлаҡ УРСТ.
Әлеге программаға индерелгән граждандар өсөн ошоно хәбәр итәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 авгусында сыҡҡан 451-се ҡарары нигеҙендә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.
Ҡағиҙәләрҙең 2.19 пунктында түбәндәге йөкмәткеле үҙгәрештәр индерелде:
«Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары хакимиәттәре йыл һайын 1 июлгә ҡәҙәр программа сиктәрендә социаль түләүҙәр юлы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләк белдереү буйынса, Программаларҙың 2.17 пунктында билдәләнгән документтарҙы тапшырыу кәрәклеге тураһында hәм әлеге документтарҙы тикшереү буйынса эш ойоштора. Граждандарға хәбәр хаты фактын hәм датаһын раҫларға мөмкинлек биреүсе ысул менән хәбәр ителергә тейеш.
Гражданин Башҡортостан Республикаһы муниципаль район хакимиәтенә Ҡағиҙәләрҙең 2.17 пунктында билдәләнгән документтарҙы тапшырмаған осраҡта, хәбәр хаты алғандан һуң, бер ай эсендә Башҡортостан Республикаһы муниципаль район хакимиәте программала ҡатнашыыусылар араһынан бындай гражданды төшөрөп ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итeргә хоҡуҡлы.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34743) 2-15-54.
төҙөлөш, архитектура hәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе.