Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2019, 14:00

Йәйәү йөрөү өсөн һыу ҡамасауламай

«Инцидент» системаһы ВКонтакте социаль селтәрендәге Бишбүләк ауылында йәшәүселәр тарафынан «Подслушано в Бижбуляке» битендә фекер алышыуға бәйле проблеманы асыҡланы. Килеп тыуған мәсьәләне асыҡлау үтенесе менән аноним пост баҫтырылды.

«Әйләнә-тирәлә һыу, үтеп булмай, кемдеңдер канализацияһы йөрөрөгә мөмкинлек бирмәй. Овражная урамынан Тыныслыҡ урамын баҫты. Тоташ боҙ плюс һыу, үтеп китәһең — аяктар еүеш. Икенсе ай инде шулай. Кемгә мөрәжәғәт итeргә белмәйем».

Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡовяувап бирә:

— Овражная hәм Тыныслыҡ урамдары араһындағы йәйәү йөрөй торған урында, ысндан да, боҙбарлыҡҡа килгән. Уның сәбәбе — соҡор буйлап аға торған туңған шишмә. Экология уйынса әйҙәп барыусы белгес-эксперт Геннадий Макеев, Бишбүләк районының баш архитекторы Рауил Мөхәмәтшин hәм Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов составындағы комиссия әлеге участокты карап сыҡты hәм тикшерҙе. Канализациянан һыу аҡмай. 14 ғинуарға булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шишмәнән һыу үҙ юлы менән киткән, йәйәү йөрөгәндәргә һыу ҡомасауламай.
Читайте нас: