Дим буйҙары
-2 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
22 Января 2019, 10:45
Башҡортостанда «Боронғо Өфө» археология паркы булдырыласаҡ
Башҡортостанда «Боронғо Өфө» археология паркын булдырыу концепцияһы раҫланды. Хөкүмәттең тейешле ҡарарына Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Добавить в предпочтительные источники Google
«Боронғо Өфө» археология паркы федераль әһәмиәттәге «Өфө-II ҡаласығы» археология ҡомартҡыһы биләмәһендә урынлашасаҡ. Парк булдырыуҙың төп маҡсаты – археологик мираҫ объектының һаҡланыуын тәьмин итеү һәм уны популярлаштырыу.
Өфө – II ҡаласығы-баш ҡаланың үҙәгендә, хәҙерге Пушкин, Яңы күпер урамдарында, Салауат Юлаев проспектының башында урынлашҡан. Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV – XVI быуаттарға тиклем һаҡланған. Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Өфө йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала. Ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары – нигеҙенең киңлеге – 10 метр, бейеклеге 4 – 5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылған.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"