Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 18:34

Башҡортостандың 100-йыллығына күргәҙмә асылды

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостандың 100йыллығына бағышланған картиналар күргәҙмәһе асылды. Сарала республика парламенты депутаттары, эштәр авторҙары, Мәҙәниәт министрлығы, дөйөм массакүләм мәғлүмәт саралары вәкилдәре, сәнғәт йәмәғәтселеге ҡатнашты.

Дәүләт Йыйыелышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләп үтеүенсә, парламентта бындай саралар үткәреү күркәм ғәҙәткә әүерелде.

- Күргәзмәлә тәҡдим ителгән картиналар башҡарыу техникаһы һәм тематикаһы буйынса төрлөсә. Улар төрлө ваҡытта төрлө оҫталар тарафынан яҙылған, – тине Константин Толкачев. – Шул уҡ ваҡытта уларҙы Башҡортостандың танылған урындары, республикала йәшәүсе кешеләрҙең холоҡтары, беҙҙең төбәк өсөн төп мотивтар һәм образдар менән бәйләнеш берләштерә. Картина авторҙары – республикабыҙ рәссамдары, улар сит илдәрҙә лә киң танылыу алған.

Күргәҙмә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты сиктәрендә ойошторолған, ул киң йәмәғәтселекте, тәү сиратта, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе күренекле яҡташтарыбыҙҙың ижады менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Күргәҙмә асылғандан һуң, «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты рәссамдары, башланғыс авторы Наил Мәхмүтов Константин Толкачев һәм республика парламенты депутаттары менән осрашты, унда Башҡортостанда рәсем сәнғәте үҫеше перспективалары, республика рәссамдарының иҗадын популярлаштырыу, күргәҙмәләр үткәреү, йәш таланттарға ярҙам итеү тураһында фекер алыштылар. Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән иң яҡшы эштәрҙең авторҙарына Дәүләт Йыйылышы рәйесе Рәхмәт хаттары һәм республика Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталары тапшырҙы
Читайте нас: