Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
22 Января 2019, 10:42
Халыҡты «Эшкә - велосипедта» акцияһына ҡушылырға саҡыралар
17 майҙа һәм 20 сентябрҙә Рәсәйҙә йәнә «Эшкә — велосипедта» акцияһы уҙғарыла. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе акцияға ҡушылырға саҡыралар.
«Көндәлек эштәрҙе башҡарыу өсөн велосипедта йөрөү — еңел һәм уңайлы, бының өсөн махсус кейем йәки әҙерлек кәрәкмәй», — ти ойоштороусылар.
Акция граждандарҙы шәхси автотранспорт урынына хәрәкәт итеүҙең әүҙем төрҙәрен йышыраҡ файҙаланырға күндерергә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы әүҙемләштерергә, дәүләт, коммерция һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың иғтибарын ҡаланың экологияһын һаҡлау һәм транспорт эшен яҡшыртыу проблемаларына йәлеп итергә ярҙам итә.
2018 йылда «Эшкә — велосипедта» акцияһы илдең 35 төбәгендә үтте. Акцияға 400-ҙән ашыу компания ҡушылды, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны — 1 миллиондан күберәк.
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән
www.bike2work.ru
сайтында танышырға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"