Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 15:38

Их, түләтмәһәләр икән...

Рәсәй халҡының коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡайтарылмаясаҡ бурыстарын ғәфү итеүҙәре ихтимал. Быны Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Куринный тәҡдим иткән.

Һүҙ өс йылдан элек барлыҡҡа килгән бурыстар тураһында бара. Законға ярашлы, уларҙы суд аша ла ҡайтарып булмай.

– Әлбиттә, әллә ҡасандан йыйылған бурыстары булған һәр кемде суд процестары аша үткәрәргә мәжбүр итергә мөмкин. Ә шул уҡ ваҡытта был бурыстарҙы ҡайтарылмаясаҡ тип танырға һәм Чечня ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡына ла ғәфү итергә мөмкин, – ти депутат.

Был башланғысты газ ғына түгел, йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн булған бурыстар өсөн дә файҙаланырға кәрәк.

Быға тиклем Грозный суды “Газпром”дың урындағы бүлексәһенә халыҡтың газ өсөн туғыҙ миллиард һумлыҡ бурысын “оноторға” тигән ҡарар сығарғайны.

2018 йылдың 1 июненә ҡарата рәсәйҙәрҙәң бурысты түләтәү буйынса суд ҡарары булған торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм бурыс 4,4 триллион һум тәшкил итә. Бурыстың уртаса ҙурлығы – 92,2 мең һум.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас в