Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар 2019, 14:03

Сүп өсөн ваҡытында түләмәүселәрҙе нимә көтә?

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу мәсьәләһе, ниһайәт, яйға һалынып бара. Был хеҙмәт өсөн түләргә ашығып бармаусыларҙы ниндәй яза көтә - шуныһын да асыҡлап үтеү зыян итмәҫ.

Прокуратура биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған өсөн тейешле сумманы ваҡытында түләмәһәң (ул ҡалала 70 һум тәшкил итә), штраф 1270 һумға ҡәҙәр етәсәк.

Килгән квитанцияны, иҫең китмәйенсә генә, ситкә алып ҡуяһың икән, һинең бурысың хаҡындағы мәғлүмәт суд приставтарына тапшырыла.

Был осраҡта инде, бурысыңа өҫтәп, йәнә 1 мең һум штраф (исполнительский сбор) һәм кәм тигәндә 200 һум дәүләт пошлинаһы ла түләргә тура киләсәк.
Читайте нас: