Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 15:20

Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте (ЕДДС) — мөhим hәм кәрeкле хеҙмәт

Yҙ ғүмерең өсөн хәүефһеҙлек хисе — кеше өсөн иң мөhиме. Барыһы ла ярҙам hәр ваҡыт эргәлә генә hәм теләһә ниндәй ситуацияла беҙгә тиҙ килеп етeр, тип ышана.

«112» — hәр кеше белергә тейешле беренсе hәм иң мөhим номер. Уныn ярҙамы менән янғын һағы, полиция, ашығыс медицина ярҙамы, газ селтәренең авария хеҙмәте, һыу менән тәьмин итеү хеҙмәте, электр селтәрҙәре хеҙмәте кеүек ҡабул итеүсе хеҙмәттәргә хәбәр итeргә мөмкин.

Район территорияһында берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте (ЕДДС) 2010 йылдан бирле эшләй. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү менән бәйле барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшен координациялаy маҡсаты менән ойошторолдо. Ниндәй ҙә булһа юл ваҡиғалары (юл-транспорт hәләкәттәре, ҡар көрттәре), район торлаҡ пункттарында электр энергияһы, һыу, газ, үҙәк йылытыу менән бәйле өҙөклөктәр. Йәки кешеләрҙең һаулығына hәм тормошона хәүеф янаған ниндәй ҙә булһа авария. Ниндәй ҙә балһа ваҡиға булған осраҡта халыҡтан hәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарынан шылтыратыуҙар ЕДДСҡа килә.

ЕДДС диспетчеры hәләкәт тураһында мәғлүмәтте ҡабул итә, уны теркәй hәм тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итә, ә унын һуң был хәлде бөтөрөү барышын контролдә тота. Йыш ҡына кешеләр беҙҙең ойошма бурыстарын дөрөҫ аңламай hәм теге йәки был учреждение номерын асыҡлау өсөн шылтырата, ә ҡайһы берҙә һауа торошон йәки теүәл ваҡытты белергә теләй. Тик кешеләргә бер ябай әйберҙе аңларға кәрәк:ғәҙәттән тыш хәл уңайынан теләһә ҡайһы миҙгелдә, бәлки, иртәгәгe hауа торошо тураһында һораған ваҡытта, шылтыратырға мөмкиндәр. Бындай һорауҙар линияны алып, hәләкәт тураһында мәғлүмәтте ваҡытында белергә ҡамасауларға иөмкин, тимәк, кешеләргә ваҡытында ярҙам итеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырыу ҡурҡынысы бар.

ЕДДС диспетчерының ғәҙәттән тыш хәл йәки башҡа хәлдәр урынына бармауын аңларға кәрәк. Уларҙың вазифаларына мәғлүмәтте тейешле хеҙмәттәргә еткереү hәм уларҙың эштәрен координациялаy ғына инә.

2018 йылдың февраленән алып районда «112» системаһы индерелде. Нимә үҙгәрҙе? Хәҙер «112» номерынан кергән шылтыратыуҙар башта шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә (Өфө ҡалаһы) килә, ә унын һуң үҙәк диспетчеры тарафынан шылтыратҡан райондарға ебәрелә.

«112» системаһын ғәмәлгә индергәндән һуң, стационар йәки мобиль элемтә операторы аша үҙәк операторы шылтыратҡан кешенең урынын күрергә мөмкин. Ә законда ҡаралған тәртиптә, кәрәк булғанда, телефон номеры хужаһы турындағы мәғлүмәттәрҙе лә күрергә мөмкин.

Мәғлүмәттәр саҡырыу карточкаһында hәм геомәғлүмәт системаһында картала күрһәтелә (hәр 112 операторының айырым мониторы бар).

Районда «Имен ҡала» комплексын тормошҡа ашырғандан һуң, «112» операторы үҙенең эш урынынан ваҡиға урынына яҡын арала видеокамералар трансляцияһын ҡарай ала, видеокүҙәтеү операторы камераларҙан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә «112» өсөн автомат рәүештә ваҡиға төҙөй ала.

ЕДДСҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында (һыу, йылылыҡ, газ hәм энергия менән тәьмин итеү h.б.) планлы hәм авария хәлендәге өҙөүҙәр тураһында мәғлүмәт алына, уны ЕДДС диспетчеры район халҡына дөйөм мәғлүмәт саралары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре аша оператив рәүештә еткерелә.

Һауа торошо фаразына килгәндә, ЕДДС уларҙы тәүлек һайын Башңҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Баш идараһының киҫкен хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенән ала. Был мәғлүмәттәр райондың башҡа тейешле ойошмаларына hәм халҡына оператив рәүештә еткерелә.

Йыл һайын ЕДДС диспетчерҙары «112 системаһы» буйынса бер меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул итә, шул иҫәптән 8(34743)2-11-64 стационар номеры буйынса шылтыратыуҙарҙы керетмәйенсә. 2018 йылда «112 системаһы» буйынса район ЕДДСҡа 890 шылтыратыу килгән, шуларҙың 15-е ялған.

Район халҡын «112» номерына яуаплы ҡарарға саҡыра. Ата-әсәләргә, педагогтарға hәм тәрбиәселәргә «112» номерына ҡайһы осраҡтарҙа шылтыратырға кәрeклеге тураһында балалар менән әңгәмәләр үткәрергә кәрәк.0

Әгәр һеҙ осраҡлы рәүештә «112-системаһы»на шылтыраһығыҙ икән, трубканы ҡуймағыҙ, оператор номерҙы осраҡлы рәүштә йыйғанығыҙҙы белһен.

«112» не йыйғас, онотмағыҙ — барлыҡ һөйләшеүҙәр ҙә яҙыла. Заманса техник саралар телефон хулигандарын асыҡларға hәм уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ашығыс хеҙмәттәрҙе ялған саҡырған өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.13 статьяһында ҡаралғанса, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешегә 1000 —1500 һум күләмендә штраф һалына.

Альмира Әхмәҙуллина,

Бишбүләк районы ЕДДС өлкән диспетчеры.
Читайте нас: