Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 16:54

Һәр кем төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш

Башкортостан Республикаһында күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа, юридик заттар hәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш. Был хаҡта БР Тәбиғәттән файҙаланыу hәм экология министрлығында хәбәр итәләр.

Бындай килешеүҙәрҙе төҙөү кәрәклеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләре менән ҡаралған. Килешеүҙәрҙең формаһы hәм тәртибе әлеге ваҡытта республика территорияһына хеҙмәт күрһәтеүсе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында урынлаштырылған. Беҙҙең районға «Экология-Т» йәмғиәтенең төбәк операторы хеҙмәт күрһәтә (тел. 8 (800) 250-01-85, http://eko-tko.ru/), хеҙмәт күрһәтеү зонаһы — Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.

Сүпте йыйыу hәм сығарыуҙың яңы системаһына күсеүгә бәйле барлыҡ мәсьәләләр буйынса БР-ҙың төбәк операторҙарына hәм Экология Министрлығының 8 (347) 218-03-90 телефоны буйынса «ҡайнар линиялар»ға шылтыратырға була.

2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, бөтә ил кеүек үк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу hәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ был хеҙмәттәргә билдәләнгән тарифтар буйынса түләйәсәк.

Был эш, барынан да бигерәк, ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик хәүефһеҙлек системаһын формалаштырыуға, бихисап санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөүгә һәм яңыларын булдырмауға, шулай уҡ сүпте сорттарға айырыу һәм эшкәртеү буйынса үҫеш алған инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән.

Ирина Михайлова әҙерләне.
Читайте нас: