Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2019, 10:36

Бишенсе съезд: ниҙәр көтөлә?

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү ваҡыты билдәләнде: быйылғы 28-29 июнь.

Ойошманың сираттағы йыйылышында матбуғат секретары Айгөл Шәрәфетдинова белдереүенсә, съездың беренсе көнөндә пленар ултырыштан һуң ете секция эшләйәсәк. Башҡарма комитет уларҙың йүнәлештәрен билдәләне: милли мәғариф; тарих һәм мәҙәниәт; башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү; тыуым, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре; матбуғат һәм мәғлүмәти сәйәсәт; башҡорт йәштәре; ер, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса һорауҙар. Секцияларҙың форматы асыҡлана, уларҙы тулыландырыу ҡарала.

Республика буйынса дүрт мең кешегә бер, ә Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән өс мең кешегә бер делегат билдәләнәсәк. Уларҙың утыҙ процентын әүҙем йәштәр тәшкил итергә тейеш. Кандидаттарҙы һайлау буйынса ҡаты критерийҙар булдырылды, был документ урындағы ҡоролтайҙарға ебәреләсәк.

Икенсе көндә съезд Ишембай районында дауам итәсәк. Торатау эргәһендә Оло Урал һабантуйы үткәреү планлаштырылған.

Әлеге ултырышта Башҡарма комитет ағзалары быйылғы төп саралар, шул иҫәптән Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған эштәр планын раҫланы. Шулай уҡ V бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү барышында “Башҡорт халҡының үҫеше стратегияһы” проектын эшләргә ҡарар ителде, уның өсөн яуаплы эксперт комиссияһы тулыландырылды һәм раҫланды.

Автор: И. ҠОРМАНОВА
Читайте нас в