Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2019, 16:28

Белорет миллионерына төрмә янай

Ер аҡтармай, нефть сығармай, компьтер төймәләренә генә баҫа ул. Миллиондары тураһындағы һалым декларацияһын ваҡытында тапшырһа, артабан да "уйнап ҡына" аҡса эшләүен дауам итер ине...

27 йәшлек Дмитрий Л. донъяның аҡ ҡомло затлы пляждарында, күккә ашҡан биналар, текә машиналар янында төшкән фотолары менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.

Баҡһаң, ул урта хәлле ғаиләлә тыуып-үҫкән, бер ҡасан да бай мираҫҡа эйә булмаған икән. Ә бары тик "ВКонтакте" селтәрендә халыҡ уҡый торған яҙмалар тупланған төркөмдәр генә булдырған. Уның криминаль мөхиткә ҡағылышлы "Тревожные новости", ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡындағы "Подслушано у замужних" төркөмдәре ҙур килем килтергән.

Ул әлеге тәжрибәһен уртаҡлашыу маҡсатында уҡыусы төркөмдәр ҙә ойошторған һәм унда ҡатнашыусыларға 8 мең һумдан хаҡ ҡуйған. Унда байтаҡ ҡына кеше йыйыелған, уларҙың барыһы ла уҡыуҙарҙан ҡәнәғәт ҡалған, тормошта бик файҙалы булыуын әйткән. Әмма Дмитрий был юл менән йыйылған аҡсаны үҙ кеҫәһенә һала барған һәм үҙенсә ҡулланған, унан бер ниндәй ҙә һалым түләмәгән. Етмәһә, уҡыуҙарҙы ойоштороу өсөн бер нисә кеше йәлеп иткән. Быныһы ла законға һыймай торған эш.Тикшереү комитетынан белдереүҙәренсә, Дмитрийға йәшәгән урынын ташлап китергә ярамай, уны 6 айға тиклем срокка ҡулға алыуҙары мөмкин. Бынан тыш, уға йөҙҙәрсә мең һум штраф һалыныуы ихтимал.

Йөҙҙәрсә, әммә миллиондарса һум түгел.
Читайте нас: