Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2019, 13:59

Студенттың ата-әсәһенә пенсия артамы?

Студенттың ата-әсәһе пенсионер булған хәлдә уларҙың страховка пенсияһына түләү өҫтәләме әллә юҡмы? Моғайын, күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торғандыр был мәсьәлә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә йәки колледжда белем алған балалары булғанда, хаҡлы ялдағы ата-әсәләр улар уҡыған осорҙа өҫтәмә матди ярҙамға дәғүә итә ала. Бындай ата-әсәләр страховка пенсияһына аныҡ билдәләнгән өҫтәмә алыу хоҡуғына эйә.

2019 йылдың 1 ғинуарынан тәрбиә ҡарамағындағы бер студент өсөн өҫтәмә күләм 1778 һум тәшкил итә. Бер ғаиләнән ике студент уҡыһа, өҫтәмә 3556 һум, өсәү уҡыһа, 5334 һум күләмендә түләнә. Юғары пенсияны алыуға ҡартлыҡ буйынса һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыҡҡан кешеләр дәғүә итә ала. Ҡайһы саҡта студенттың тәрбиә ҡарамағында булыу осрағын суд аша иҫбатларға тура килеүе лә мөмкин.

Пенсияға өҫтәмә алыу өсөн түбәндәге шарттарҙың үтәлеүе мотлаҡ:

3 студенттың йәше 23-тән артмаҫҡа тейеш. 18 йәшкә тиклемге балалар өсөн ата-әсәнең страховка пенсияһына өҫтәлгән түләү, уларҙың уҡыу-уҡымауына ҡарамаҫтан, мотлаҡ түләнә. Бары баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы талап ителә. Был осраҡта пенсияны арттырыу өсөн хеҙмәткә һәләтле булмаған ғаилә ағзалары һаны өстән артмаҫҡа тейеш;

3 тағы ла шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: студент уҡыу йортон ташлаһа, ситтән тороп уҡыу бүлегенә, дистанцияла белем алыу формаһына күсһә, уның ата-әсәһенең страховка пенсияһына өҫтәмә түләнмәй. Бындай осраҡтарҙа өс көн эсендә үҙгәрештәр тураһында Пенсия фондына хәбәр итергә кәрәк.

Әгәр ҙә студент академик ялда булһа, ата-әсәләр шулай уҡ страховка пенсияһына өҫтәмә түләү алыуға хоҡуҡлы. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған осраҡта, өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләнмәй.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне