Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2019, 14:16

Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерләнә

9-14 июлдә Өфөлә үҫмерҙәр спорты донъһында йыл һайын үткәрелә торған төп ваҡиға – Халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ. Уйындарҙа ҡатнашыу өсен Башҡортостандың баш ҡалаһына барлыҡ континенттарҙан мең ярымдан ашыу спортсы киләсәк.

Бөгөнгө көндә ҡатнашырға Таиланд, Көньяк Корея, Һиндстан, Австралия, Израиль, Төркиә, Чехия, Нидерланд, Греция, Словакия, Швейцария, Швеция, Австрия, Хорватия, Германия, Англия, Мексика, Коста-Рика, Канада, АКШ, Кения, Ҡырғыҙстан, Рәсәй һәм башҡа илдәр заявка бирҙе.

29 ғинуарҙа Өфөлә ойоштороу комитетының сираттағы кәңәшмәһе булып уҙҙы. Утырыш барышында 2019 йылғы Уйындар дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов әҙерлек буйынса эш йүнәлештәре тураһында һөйләне. Айырым алғанда, заявка кампанияһы, объекттарҙы әҙерләү һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү, транспорт һәм медицина ярҙамы менән мәғлүмати яҡтан тәьмин итеү, волонтерҙар менән бәйле мәсьәләләр тураһында фекер алыштылар.

- 2019 йыл республика һәм Өфө өсөн, айырым алғанда, бик күп әһәмиәтле ваҡиғалар менән билдәләп үтелә. Был - Башҡортостан ойошторолоуға 100 йыл тулыу, Мостай Кәримдең юбилейы, Халыҡ-ара балалар уйындары. Өфөлә халыҡ-ара саралар үткәреүҙә ҙур тәжрибә тупланған. Барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәргә кәрәк, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин. - Башҡалала йәйге халыҡ-ара балалар уйындары башланырға ярты йылдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Беҙҙең бурыс - уйындарҙы иң юғары ойоштороу дәрәҗәһендә уҙғарыу, бөтән дөнъя йәш спортсыларына яҡшы, онотолмаҫлыҡ байрам бүләк итеү.
Читайте нас: