Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2019, 17:07

Эйәһеҙ эт һәм бесәйҙәр өсөн приют

Өфөлә эйәһеҙ эттәр һәм бесәйҙәр өсөн муниципаль приют төҙөлә. Был хаҡта баш ҡалала күптән һөйләйҙәр. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың бер ҡалаһында ла махсус питомниктар юҡ.

31 ғинуарҙа Коммуналь хужалыҡ һәм ҡаланы төҙөкләндереү идаралығы дәүләт һатып алыуҙары сайтында 2 миллион һумға приют өсөн проект документацияһын әҙерләүгә ғариза урынлаштырҙы. Техник эштә күрһәтелгәнсә, объект Орджоникидзе районының Яңы Черкассы ҡасабаһында төҙөлә.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, приют һалыу өсөн 130 миллион һум самаһы кәрәк. Өфө бюджетына 200 бесәйҙе һәм 500 этте бер ай аҫрау 1,5 миллион һумға төшә.
Читайте нас в