Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2019, 13:52

Күп фатирлы йорттарҙың подъездары ремонтланасаҡ

Башҡортостанда республиканың күп фатирлы йорттарында 26 мең подъезды ремонтлау буйынса программа старт ала.

2019 йылда ғына ла әлеге сараларға 1 миллиард һум аҡса бүлеп биреләсәк, ә дүрт меңдән ашыу подъезд яраҡлы ҡиәфәткә килтереләсәк. Программа алты йылға, йәғни 2024 йылға ҡәҙәр иҫәпләнгән. Уның эшенең нигеҙе булып үҙ-ара финанслау торасаҡ. Аҡса республика бюджетынан, муниципалитеттарҙан hәм идарасы компанияларҙан алынасаҡ.
Районда 2019 йылда ремонтлана торған күп фартирлы йорттарҙың подъездары исемлеге раҫланған. Ремонт планына Бишбүләк ауылының Yҙәк урам, 10-сы (1980 йылда төҙөлгән) hәм Юбилей урамы, 5-се йорттар (1967 йылда төҙөлгән) керетелде. Әлеге күп фатирлы йорттарҙың алты подъезында ремонт барышында почта тартмалары алмаштырыласаҡ, стеналар буяласаҡ, энергия һаҡлай торған яҡтыртҡыстар урынлаштырыласаҡ, тәҙрәләр алыштырыласаҡ hәм башҡа бик күп эштәр башҡарыласаҡ.
20 февралгә тиклем күп фатирлы йорттарҙа фатир хужаларының дөйөм йыйылыштары буласаҡ. Уларҙа йәшәүселәр кәрәкле эштәр исемлеген билдәләйәсәк, шулай уҡ эште контролгә алыу hәм ҡабул итеп алыу өсөн күршеләрҙән яуаплы кешеләр һайлап алынасаҡ.
Подъездарҙы ремонтлау эштәрен «БР Төбәк операторы» Коммерциялы булмаған фонд ойошмаһы үткәрәсәк.
28 февралдән алып 15 апрелгә тиклем конкурс шарттарында подряд ойошмаларын һайлап алыу үткәреләсәк hәм еңеүселәр менән килешеүҙәр төҙөләсәк.
Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау 15 апрелдән башлана. Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауҙы 1 ноябргә тамамлау планлаштырыла.
Бишбүләк районы муниципаль район хакимиәте.
Читайте нас: