Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2019, 13:47

Иң ҙур еңеүҙәр алда әле

Yҙенең ҡаҙаныштары менән Айҙар маҡтанырға ғәҙәтләнмәгән, команда капитаны үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай

Айыт ауылынан Илдар Ғимаев исемендәге бәләкәй хоккей командаһы капитаны Айдар Латипов өсөн хоккей мауығыу ғына түгел — ул уның тормошо. Ул район йыйылма командаһы составында өсөнсө йыл рәттән «Алтын алҡа» республика турнирында район данын яҡлай. Уныn хоккей яланында уңышлы уйнауын республика турнирының судьялар коллегияһы билдәләй. Айҙар Латиповты өс йыл иң яҡшы hөжүм итеүсе, тип таныйҙар. Команда капитанының шайбаны теүәл бәреүе дөйөм команда өсөн мөhим очколар китерә.

— Әгәр Айҙарҙың уйыны яҡшы бара икән, бар команданың уйыны уңышлы уҙасаҡ. Айҙар, башҡа малайҙар кеүек үк, тырыш, минең өгөт-нәсихәттәрҙе тыңлай. Уныn еңел ҡулы менән ике йыл «Алтын алҡа» республика турнирында финалға сыҡтыҡ. Быйыл өсөнсө булдыҡ, — тип һөйләй команда тренеры Азат Сәмиғуллин.

Айҙар кесе йәштән хоккей менән мауыға. Балалар баҡсаһынан һуң, өс йәш ярымдан алып ул атаһы менән боҙ шыуыу майҙансығына йөрөй башлай. Атаһы өсөн ҡасандыр мәктәп янындағы майҙансыҡ та яратып йөрөй торған урын ине. Айҙар өлкән хоккейсыларға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай ине. Уның өсөн өлкән ағаһы Альмир үрнәк булды, ул да хоккей уйнаны. Боҙға баҫырғап теләге барлығын күреп, ата-әсәһе коньки һатып ала. Шунан һуң бар ғаилә ағзалары менән боҙ майҙансығына йөрөй башлайҙар. Өлкән ағаһы hәм апаһы боҙҙа беренсе аҙымдарын яһарға ярҙам итә. Ғаиләләге кесе йәштәге баланың мауығыуына етди ҡарайҙар, дүрт йәшендә Айҙарҙың беренсе хоккей формаһы барлыҡҡа килә. Кескәй хоккейсы тулы экипировка менән боҙҙа үҙен ышаныслы тота.

Айҙар Азат Сәмиғуллин етәкселегендә хоккей секцияһында ете йыл көн һайын, тиерлек шөғөлләнә. Йәкшәмбе көндө лә тренировкаларҙан буш көн дә, йәш хоккейсыны башҡа урында түгел, хоккей майҙансығында осратырға мөмкин. Команда лидеры Айҙар — тренерҙың уң ҡулы. Азат Ғабдулла улы мөһим сәбәптәр арҡаһында күнекмәләр уҙғара алмаһа, команданы Айҙар йыя. Ауылда хоккей ҡабын ҡарап тороу буйынса махсус хеҙмәт юҡ, шуға күрә малайҙар тренер менән бергә таҙалыҡ hәм боҙ туңдырыу өсөн яуаплы. Йәйен йәш хоккейсылар физик әҙерлек менән ныҡлап шөғөлләнә.

Айҙар мәктәп тормошонда актив ҡатнашыусы, барлыҡ фәндәрҙән дә өлгөрә. Күнекмәләр һәм ярыштар ваҡытында ҡалдырылған программаны ныҡлап өйрәнә, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнә. Был уҡыу йылында физик культура hәм спорт өлкәһендә айырым уңыштары өсөн өлгөр егет Илдар Ғимаев исемендәге стипендия лауреаты булған.

Өйҙә иһә ул әсәһенең беренсе ярҙамсыһы. Атаһы менән ағаһы вахта ысулы буйынса эшләй, шуға күрә хужалыҡтағы ир-аттар эше уға йөкмәтелә.

Айҙар Латипов «Салауат Юлаев» хоккей командаһының ысын фанаты, клуб составында уйнарға хыяллана. Республика турниры финалынан һуң, Айҙарҙың ата-әсәһенә улдарын республика йыйылма командаһы составына керетергә тәҡдим иттеләр. Бәлки, был йәш хоккейсының көтөп хыялына бер аҙымдыр.

Ирина Михайлова.

Фото Айҙар Латиповтың шәхси архивынан.
Читайте нас: