Ведомствола билдәләүҙәренсә, республиканың 11 ҡала һәм районында ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда күберәк тыуған. Улар — Әлшәй, Ауырғазы, Балтас, Бөрйән, Краснокама, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Ишембай райондары һәм Ишембай, Күмертау ҡалалары, шулай уҡ Өфөнөң Совет районы. Йылайыр, Мишкә, Федоровка райондарында һәм Сибайҙа тыуған малайҙар һәм ҡыҙҙар һаны тигеҙ.
«Былтыр ЗАГС бүлектәрендә тыуыу тураһында 47 411 акт теркәлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 2 258-гә аҙыраҡ. 17 334 сабыйҙың ғаиләлә беренсе, 18 855-е — икенсе, 7 917-һе — өсөнсө, 2 178-е — дүртенсе һәм 1 033-ө бишенсе булып тыуыуы теркәлгән. Бынан тыш, республикала ошо осорҙа 607 игеҙәк һәм 10 өс игеҙ бала донъяға ауаз һалған», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Өфөгә килгәндә, баш ҡалала 16 114 сабый тыуған. Тыуыу тураһында акттарҙың күбеһе Киров районының ЗАГС бүлегендә теркәлгән — 3 116. Икенсе урында Калинин районы — 2 838, өсөнсөлә Совет районы — 2 196.