Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 17:13

Ҡасан биш көнлөк уҡыуға күсәбеҙ?

Башҡортостанда ҡайһы бер мәктәптәр биш көнлөк уҡыу аҙнаһына 1 апрелдән үк күсергә мөмкин. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында ошо хаҡта белдерҙе.

«Республика етәксеһе Радий Хәбиров мәктәптәрҙә яңыса уҡытыу форматын иғлан иткәс тә ошо мәсьәләне ентекле өйрәнергә тотондоҡ. Тәүге тулҡын 1 апрелдән үк башланыр тип күҙаллана. Йәғни дүртенсе сиректән белем биреү ойошмаларының бер өлөшө биш көнлөк режимға күсер, моғайын», — тине Айбулат Хажин.

Ҡалған мәктәптәр, уның һүҙҙәренсә, «биш көнлөк»кә 2019 йылдың 1 сентябренән күсә.

Мәғариф ведомствоһы етәксеһе ата-әсәләр һәм уҡытыусылар берләшмәһенең иғтибарын биш көнлөк уҡыу режимына күсеү фәндәр һанын ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тотмауына йүнәлтте.

«Беҙҙә аныҡ күрһәтелгән уҡыу дисциплиналары һаны булыуын талап иткән федераль белем биреү стандарттары бар, уларҙың барыһы ла теҙмәлә яҙылырға тейеш. Өҫтәүенә биш һәм алты көнлөк уҡыу аҙнаһында дәрестәрҙең максималь һанын көйләүсе санитар нормаларҙы үтәү зарур», — тине Хажин.

Шуны билдәләп үтәйек: социаль селтәрҙә асыҡ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 95% ашыуы Башҡортостанда биш көнлөк уҡыу аҙнаһын индереү өсөн тауыш бирҙе.