Бөгөн беҙ алыҫ 1945 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яуланғанға күрә тыныс шарттарҙа йәшәйбеҙ, яратабыҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ, уҡыйбыҙ йәки эшләйбеҙ. Бәхеткә, был Еңеү өсөн «Рәхмәт» әйтеү һәм һуғыш тураһында хәтерҙең ысын һаҡсыһы булған ветерандарға ярҙам итеү мөмкинлеге әлегә бар.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡайғыртыусанлыҡ, иғтибар hәм аралашыу бүләк итеү мөhим. "Еңеү волонтерҙары" ветерандарҙың йәш быуындың рәхмәтен тойоп, кәрәкле ярҙам тойоп йәшәүен теләй.
Дим урта мәктәбенең 8-се класс волонтерлыҡ командаһы йәштәр эштәре буйынса белгес Камелия Сөләйман ҡыҙы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Никитович Дорофеевтың хәлен белде. Николай Никитович Миәкә районы Рус Урсайы ауылында тыуған. 1944 йылдың сентябрендә Совет Армияһына алына. 1944 йылдың февраленән алып 1945 йылдың 13 февраленә ҡәҙәр Беренсе Украина фронтында 399-сы полкта 111-се дивизияла һуғышҡан. Көнбайыш Украинала Владимир-Волынск ҡалаһын, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша hәм һуғышты Берлин янында тамамлай. 1945 йылдың февралендә яралана. 1950 йылда демобилизациялана. Николай Никитовичтың хеҙмәт юлының күпселек өлөшө «Дим» совхозы менән бәйле, ул оҙаҡ йылдар май заводында кочегар булып эшләй.
Волонтерҙар ишек алдындағы ҡарҙы көрәне hәм өйгә инә торған һуҡмаҡты таҙартты, ә унан һуң ветерандың һуғыш hәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошон бәйән итеүен тыңланы, уның һаулығы менән ҡыҙыҡһынды. Артабан ирекмәндәр Николай Никитовичка еңеү һәм тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт белдерҙе, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләне.
Кластан тыш эштәр буйынса директор урынбаҫары.