Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 23:20
Рәсәй Интернетһыҙ ҡалырмы?
Илдең Дәүләт Думаһында Көнбайыштың Рәсәйҙе Интернет селтәренән сығарыу ихтималлығы тураһындағы мәсьәлә ҡарала. Төп сәбәп – әлеге лә баяғы беҙгә ҡарата баҫымды көсәйтеү.
Был хаҡта “Инфофорум-2019” сараһы барышында Думаның мәғлүмәти сәйәсәт, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитеты рәйесе Леонид Левин белдергән.
– Рәсәйҙе глобаль селтәрҙән сығарыу – булыуы ихтимал ваҡиғаларҙың береһе. Шуға күрә ошондай шарттарҙа кибер киңлектә Рәсәй Федерацияһының бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау йәһәтенән өҫтәмә саралар күреү талап ителә, – ти депутат.
ЛДПР-ҙан һайланған депутат Андрей Луговой һәм сенаторҙар Андрей Клишас менән Людмила Бокова Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына ошоға бәйле закон проекты әҙерләп тапшырған. Унда һүҙ сит илдәр тарафынан хәүеф тыуған осраҡта ил кимәлендә интернет селтәренең тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итеү саралары тураһында бара.
Автор: Г. ВАРИСОВА
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"