Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2019, 12:25
Маҡсатлы студенттарға өҫтөнлөк бирелә
Һәр вуз уҡыуҙы тамамлаған йәш белгестәрҙең производствола эшләүен теләй. Ләкин производство күп кенә позициялар буйынса белгес унда нығынып ҡалһын өсөн уның мәнфәғәттәрен тәьмин итмәй, тине Раил Әсәҙуллин. «Республика юғары уҡыу йорттарында студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу 5-15 процент тәшкил итә. Алдыбыҙға 65-70 процентҡа өлгәшеү, йәки бөгөн медицина һәм аграр университеттарында булған һандарға еткереү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Республика быны хупланы, төбәк ҡаҙнаһына бүленгән махсус аҡса бар», — тип хәбәр итте ул. Спикер һүҙҙәренсә, быйыл мәғарифҡа йүнәлтелгән бюджет аҡсаһы 2018 йылда ошо маҡсатҡа, шул иҫәптән йүнәлтмәле белгестәр әҙерләү бүленгән аҡсаға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. «Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге» халыҡ-ара форумында ҡатнашыусылар фекеренсә, мәғариф һәм производство белгестәр әҙерләү өсөн берҙәм белем биреү киңлеген булдырырға тейеш.Әйтәйек, Башҡортостанда Ректорҙар һәм предприятиелар советы, Эш биреүселәр союзы кластер сиктәрендә профессиональ мәғарифтың өҙлөкһөҙ системаһын берләштергән махсус хоҡуҡи платформа булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан килешеү төҙөнө.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"