Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2019, 12:54

«Был көсөргәнешле хеҙмәт йылы булды»

Бишбүләк муниципаль район Советы IV саҡырылышының 21-се ултырышы уҙҙы

Ултырыш эшендә РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов, БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, район Советы депутаттары, ойошма hәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, торлаҡ пункттарының старосталары, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау hәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, ветерандар hәм дини ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин район хакимиәтенең 2018 йылдағы эше тураһында иҫәп доклады менән телмәр тотто, райондың социаль-иҡтисади тормошоноң барлыҡ тармаҡтары буйынса һығымталар яһаны, алдағы йылдарға бурыстар ҡуйҙы. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, торлаҡ пункттарның старосталары, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, табиптар район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына hәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

— Район хакимиәтенең бурысы — кешеләр именлеге өсөн эшләү, ауыл хужалығын, бәләкәй шәхси бизнесты, етештереүҙе, сауҙа уңышлы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыру. Йәшәйеште уңайлы итеү — һыу, энергия hәм газ менән тәьмин итеү мәсьәләләре айырым контролдә тотола. Был көсөргәнешле хеҙмәт йылы булды. 2018 йылға планлаштырылған торлаҡ пункттарның территорияларын төҙөкләндереү, торлаҡ hәм юлдар төҙөү hәм ремонтлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен уңышлы хәл итә алды. Районда төрлө федераль hәм региональ проекттар hәм программалар тормошҡа ашырыла, инвестициялар йәлеп итеү буйынса уңышлы эш алып барыла. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләлeр бар, беҙгә эшләйһе эштәр күп әле. Беҙ бергә барыһын да башҡарып сығырбыҙ. Беҙҙең уй-ниәттәребеҙ бар, ә кеше бик тырышһа, барлыҡ хыялдар тормошҡа аша, — тип билдәләп үтте Наил Ғабдулла улы.

Ултырышта ҡатнашыусылар экранда күрһәтелгән слайдтар ярҙамында башҡарылған эште үҙ күҙҙәре менән күрә алды. Залда ултырыусыларҙың күбеһе фотоһүрәттәрҙә үҙҙәрен таныны, шәмбe өмәләре, теге йәки был төҙөкләндереү эштәре, социаль әhәмиәтле объекттарҙы ремонтлау тураһында иҫкә төшөрҙө.

БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин сарала ҡатнашыусыларҙы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән сәләмләп үтте. Ауыл хужалығы тармағында 2018 йылдың төп күрһәткестәре, ағымдағы йылға бурыстар тураһында һөйләне. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш башҡарылыуын билдәләп үтте. Федераль дәрәжәлә 12 милли проект хупланды, беҙҙең республикала яңы поликлиникалар hәм ФАП-тар барлыҡҡа киләсәк, яңы балалар баҡсалары hәм мәктәптәр төҙөләсәк, бының өсөн потенциал бар.— Тағын бер йыл уҙҙы, ул ябай булманы. Һауа шарттары мул уңыш алырға мөмкинлек бирмәне, әммә миңә ҡалһа, был ауырлыҡтар барыһын да берләштерә һәм нығыта ғына, — тип мөрәжәғәт итте район халҡына РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов. — Ҡарағыҙ, 2018 йылда күпме эш башҡарылған — былар ишек алдарын, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, ауыл Мәҙәниәт йорттарын ремонтлау ҙа, балалар өсөн уйын hәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү ҙә, урамдарҙы яҡтыртыуҙы яйға һалыу ҙа. Мин hәр саҡ Бишбүләк районының бер урында тормауын, уңышлы үҫеүен белдем, сөнки бында хеҙмәт һөйөүсән һәм үҙ районы яҙмышына битараф булмаған кешеләр йәшәй. Тиҙҙән районда республикала ғына түгел, илдә лә эре һаналған һөтсөлөк-тауар фермаларының береһе буласағына ышанам. Ә был яңы эш урындары ғына түгел, ә район бюджетына өҫтәмә табыш та. Бәлки, әлеге етештереүҙе тормошҡа ашырғас, яңы, айырып әйткәндә, күн эшкәртеү предприятиелары асыу ихтыяжы тыуыр.

— Райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәре яҡшы. Перспектива бар, ауыл йәшәйәсәк, беҙ үҙ еребеҙҙә бәхетле буласаҡбыҙ, балаларыбыҙ бәхетле буласаҡ, барыһы ла яҡшы булыуына өмөт итәбеҙ, -тине үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Думаһы — Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов.

Ултырышта ҡатнашыусылар тарафынан район Советы ҡарары проекты бер тауыштан ҡабул ителде.

Ирина Фомина.
Читайте нас: