Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2019, 22:41

Проблемаларҙы хәл итеүҙә эҙмә-эҙлелек будырыу беҙҙең ҡулыбыҙҙан килә

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инициативаһы менән ағымдағы йылдың апрелендә «Управдом» республика форумы уҙасаҡ, унда тораҡ-коммуналь хужалыҡтың актуаль мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡтар

Торлак-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге актуаль проблемалар hәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекер алыштылар, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың советтары рәйестәре (өлкәндәр), ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары hәм актив битараф булмаған халыҡ ҡатнашлығында «Управдом» муниципаль форумына делегаттар һайланылар.
Форумды район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Ғәлиев асты hәм алып барҙы. Форумда фекер алышҡан беренсе мәсьәлә — күп фатирлы йорттарҙа дөйөм йорт милкен капиталь ремонтлау. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш hәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Ғәлиев районда 60 күп фатирлы йортто ремонтлау hәм ҡарап тотоу буйынса ниндәй эш башҡарылғаны, был маҡсаттарға ниндәй күләмдә аҡса бүленеүе һәм ниндәй сығанаҡтарҙан файҙаланылыуы тураһында ентекләп һөйләне.
Район халҡын иң борсоған икенсе мәсьәлә — ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу.
— Төбәк операторы 7 ғинуарҙан эшләй башланы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар раҫланған график буйынса сығарыла. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙарҙы үҙ көсөбөҙ менән әҙерләйбеҙ һәм һатып алабыҙ. 1 мартҡа тиклем Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһенең барлыҡ тораҡ пункттарында контейнерҙар урынлаштырырға планлаштырабыҙ, улар ойошма hәм предприятие, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары территорияларында барлыҡҡа киләсәк.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн йыһазландырылған ҡайһы бер майҙансыҡтарҙа пластик шешә йыйыу өсөн махсус махсус контейнерҙар урынлаштырыласаҡ. Шундай уҡ контейнерҙар райондың барлыҡ ауыл биләмәләре өсөн етештереләсәк hәм һатып алынасаҡ. Сүп-сар йыйыуға ҡарата күнегелгән ғәҙәтте үҙгәртергә кәрәк — контейнерҙарға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар ғына йыйырға мөмкин, сүп-сар тоҡтарына йыйнаҡ ҡына итеп һалырға кәрәк, ә шыйыҡ ҡалдыҡтарҙы бөтөнләй һалмаҫҡа. Сүп реформаһының маҡсаты — сүпте айырым йыйыуға күсеү. Беҙҙең бурыс — сүп-сарҙы айырым йыйырға hәм ваҡыт үтеү менән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау нормативын кәметергә өйрәнеү, — тип билдәләп үтте Артур Амур улы.
Артур Амур улы райондың «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһында ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Михайловка ауылындағы парк төҙөкләндерелде. Уҙған йыл башланған, ә ағымдағы йылда Бишбүләк ауылының Юбилей урамында ишек алдарын төҙөкләндереү, шулай уҡ урам уттарын модернизациялаy hәм Ҡыңғыр-Мәнәүездә ял итеү зонаһын төҙөкләндереү эштәре дауаам итәсәк.
Форумда фекер алышыуға сығарылған икенсе мәсьәлә — күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау. Төҙөлөш, архитектура hәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге башлығы, баш архитектор Рауил Мөхәммәтшин «Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау» республика программаһында ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы, башҡарылған эштәр исемлеген еткерҙе.
— Быйыл әлеге программа буйынса Yҙәк урам, 10 hәм Юбилей урамы буйынса 5-се һанлы күп фатирлы йорттарҙың алты подъезы ремонтланасаҡ. Һәр подъезды ремонтлауға 150 мең һум (республика бюджетынан 90% hәм район бюджетынан 10%) һалынған. Әлеге подъездарҙа йәшәүселәр йыйылышында ниндәй ремонт эштәрен башҡарырға кәрәклеге тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Әгәр эштәр күләме билдәләнгән сумманан артып китһә, әлеге подъездарҙа йәшәүселәрҙең үҙҙәрен финанслауҙа ҡатнашыуы кәрәк буласаҡ. Алдағы биш йылға барлыҡ күп фатирлы йорттар ҙа был программала ҡатнашыу өсөн алдан бүленгән, — тип теүәллек индерә Рауил Рәхим улы.
Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов форумда ҡатнашыусыларға күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм йорт милкен ҡарап тотоу хоҡуҡтарына hәм бурыстарына ҡағылышлы РФ Тораҡ кодексы статьяһын уҡыны.
— Йорттарҙың түбәләрен hәм фундаменттарын ҡарҙан таҙартыу, подъездарҙы яҡтыртыу, күп фатирлы йорттарҙы йылытыу сезонына әҙерләгәндә, күп һорауҙар тыуа, — тине Илдар Рәхим улы. — Тәжрибә күрһәткәнсә, берәү ҙә йорттоң хужалыҡ ихтыяждары менән шөғөлләнергә теләмәй, кешеләр үҙҙәрен бары тик үҙ фатирҙары хужалары итеп кенә хис итә. Дөйөм йорт ихтыяждарын халыҡ үҙҙәре, бергәләп хәл итeргә тейеш. Был осраҡта ауыл Советы бары тик ярҙамсы булып ҡына хеҙмәт итә ала. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә торлаҡ милекселәре ширкәте төҙөү тураһында етди уйланырға кәрeк, тип уйлайым. Был халыкка йорт менән идара итеү, уларҙы ҡарап тотоу hәм ағымдағы ремонт буйынса ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирер ине.
Форум унда ҡатнашыусыларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу дауам итте: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, йорттарҙың түбәләрен, һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау, hәр фатирҙы айырым йылытыуға күсеү программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге h.б. Район халҡы һорауҙарына «Тепловик» МУП начальнигы Камил Ғатауллин, «Бижбулякэнергосервис» йәмғиәте етәксеһе Азат Хәсәнов, Бишбүләк газ участогы начальнигы Сергей Тимофеев та ҡәнәғәтләнерҙәй яуап бирҙе.
«Управдом» республика форумына делегаттар итеп Сухоречка ауылынан Анатолий Гордеев, Бишбүләк ауылынан Юрий Холмов hәм Дим ауылынан Сергей Ходак һайланды.
— Беҙҙең районыбыҙ — беҙҙең уртаҡ йортобоҙ, тимәк, барлыҡ килеп тыуған мәсьәләрҙе лә беҙ бергә хәл итeргә тейешбеҙ. Был беҙҙең ҡулыбыҙҙан килә, — тип «Управдом» муниципаль форум эшенә йомғаҡ яһаны район хакимиәтенең төҙөлөш hәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Ғәлиев.
Ирина Фомина.
Читайте нас: