Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2019, 16:05

Йыйырға рөхсәт: законға үҙгәреш индерелде

Хәҙер Башҡортостанда халыҡ ҡороған ботаҡтарҙы, тәбиғи рәүештә ҡолап серегән ағастарҙы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һәм бушлай йыя ала. Янғын хәүефе булған айырым осорҙа ғына урманға инеү ваҡытлыса тыйыласаҡ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерҙе.

“Был сара күптән килгән проблеманы хәл итә, – тип аңлатма бирҙе парламент спикеры Константин Толкачев. – Кешеләр быуаттар буйы киҫкәне утын сифатында әҙерләгән, һәм был урман өсөн бер ниндәй зыян килтермәгән. Төбәк парламенттары һәм киң йәмәғәтселек тарафынан был мәсьәлә күптән күтәрелә килде. Һөҙөмтәлә быйыл ғинуарҙан федераль ҡануниәттә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде: киҫкә ағас булмаған ресурстарға индерелде”.

Константин Толкачев билдәләүенсә, ботаҡтарҙы, сереп ҡолаған ағастарҙы йыйыу буйынса ҡайһы бер төбәктәрҙә сикләүҙәр индерелгән, ә беҙҙә бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ.

“Киҫкәне йыйыу ауыл халҡының утын менән тәьмин ителеү мәсьәләһен генә хәл итеп ҡалмай, ә урмандарҙағы санитар һәм янғынға ҡаршы хәлде яҡшыртыуға ярҙам итә. Иң мөһиме – һау ағасҡа теймәү”, – тине ул.

Автор: И. ҠОРМАНОВА
Читайте нас: