Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2019, 19:56

. Матурлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итә

Үҙ эшенең оҫтаһы Айгөл Минһажева матур прическалар яһай

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы халҡына, стилле, үҙенсәлекле һәм матур прическа яһатыу өсөн, район үҙәгенә һәм ҙур ҡалаға барыу мәжбүри түгел. Ауылда сәстәрҙе тәрбиәләү һәм макияж буйынса белгес Айгөл Минһажева бар. Ул өс йыл элек үҙенең бәләкәй генә, әммә уңайлы “Камилла” тигән парикмахерскийын асҡан, унда ауыл халҡы бик теләп йөрөй. Эшҡыуар ханымдың клиенттары күп. Ҡайһы берҙә сиратта тороусылар ҙа була. Оҫта янына күрше ауылдарҙан, район үҙәгенән, ауылда ял итеүсе ҡала кешеләре лә килә.

Парикмахер эшендә ул яңы кеше түгел, күп йылдар шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, бихисап һөнәрҙәр араһынан ул күңеленә ятҡанын һайлап ала алған.

- Миңә клиенттар менән эшләү бик оҡшай, эшкә бик теләп барам, - ти Айгөл.

Сәс киҫеү серҙәренә ул Өфө ҡалаһында өйрәнә. Артабан үҙенең хеҙмәт юлын Бишбүләктәге көнкүреш-хеҙмәтләндереү комбинатында башлай. Бер аҙҙан эшен Сорғот һәм Өфө ҡалаларында дауам итә. 2017 йылда иһә тыуған ерендә үҙ эшен булдырырға теләй. Хөкүмәт тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән программа бик тә ярап ҡала, Айгөл шәхси эш асыу өсөн грант ала. Ҡыҙҙың был ниәтен Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте хуплай һәм үҙенең “матурлыҡ салоны”н урынлаштыу өсөн бина тәҡдим итә. Үҙ эшеңде асыу еңелдән түгел, үҙ көсөнә таянғандар ғын абындай аҙымға бара. Айгөл, документтарын рәсмиләштереү процедураһын үтеп, бинаны ремонтлай һәм йыһаздар һатып ала. Шулай итеп, бина заманса парикмахерскаяға әүерелә.

Эшемде клиенттары ихтыяждарын иҫәпкә алып башҡарам, ғәҙәттә, сәс киҫеү. Химик бөҙрәләтеү, прическа яһау, карвинг буйынса һорау ҙур. Шулай уҡ макияж, ҡаштар төҙәмтәм, депиляция яһайым, клиенттар үтенесе буйынса өйҙәренә барам, туй, юилей тантаналарына макияж яһайым, - тип көндәлек хеҙмәте менән таныштыра Айгөл.

Мөләйем сөс киҫеүсе клиенттарға тышҡы ҡиәфәттәренә тура килә торған прическа һайларға ярҙам итә. Йөҙҙөң ҡайһы бер үҙенсәлектәрен айырым күрһәтергә, ҡайһыларын йәшерергә кәрәк икәнлеген әйтәсәк. Уның инде даими клиенттары бар, улар тилбер ҡуллы белгескә тулыһынса ышана.

Клиенттар менән килешеп эшләү өсөн, Айгөл трентарҙы күҙәтә, семинарҙарға йөрөй, хеҙмәттәшләре менән кәңәшләшә. “Камилла” парикмахерскаяһында маникюр буйынса маникюр буйынса мастер урыны буш, Айгөл үҙенә яңы хеҙмәттәш ҡабул итергә әҙер. Парикмахерҙың үҙ эшенең артабан да үҫешеһенә ышаныс ҙур.

Айгөл биш йәшлек ҡыҙы Камилланы тәрбиәләй, уға ул әленән-әле төрлө прическалар яһай. Ә ҡыҙы, әсәһенән күрмәксе, ҡурсаҡтарының сәсен киҫә һәм прическалар эшләй.

Ирина Михайлова.
Читайте нас: