Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2019, 19:20

Механизаторҙар уҡыны

Йыл һайын агросәнәғәт комплексы предпрятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡышҡы осорҙа агротехника, машина-трактор паркын эксплуатациялау, хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса уҡыуҙар үткәрелә.

Быйыл бындай сара тәүгеләрҙән булып Киров исемендәге кооператив механизаторҙары башлап ебәрҙе. Механизаторҙоаҙың үҙ вазифаһына квалификацияһы һәм яуаплы мөнәсәбәте – үҫемселек тармағында уңышға ирешеүҙең иң мөһим өлөшө. Кооператив етәкселеге һәм механизаторҙары әлеге сараны үткәреүгә етди ҡарай. Хужалыҡтың барлыҡ механизаторҙары ла уҡыуҙа әүҙем ҡатнашты һәм белемдәрен тикшергәндә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Хужалыҡ белгестәренә уҡыуҙар үткәрергә ауыл хужалығы идараһы һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ярҙам итте.

Киров исемендәге кооперативта инде көҙҙән үк трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау эшенә тотонғандар, техниканың бер өлөшө ремонтланған да инде. Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Хужалыҡта гараждың бер өлөшө ҡышын йылытыла, унда бер юлы алты-һигеҙ берәмек трактор йәки ауыл хужалығы машиналарын ремонтларға була. Был барлыҡ техника ла ваҡытында, яҙғы баҫыу эштәре башланғансы ремонтланасағына ышаныс бирә.
Читайте нас: