Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2019, 20:55

Йәшлек менән осрашыу

Йыл һайын февралдең беренсе шәмбәһендә Ҡаныҡай ауылы мәктәбе үҙенең сығарылыш уҡыусыларын ҡаршы ала

Мәктәпте тамамлағандарҙың күбеһе инде хәҙер төрлө ҡалалар һәм илдәр буйлап таралышҡан. Әммә был көндө барыһы ла бал саҡтар ыһәм йәшлектәре, тормоштарында иң бәхетле һәм мәҡәтһеҙ осор уҙған кесе ватанына ҡайтырға тырыша.

Блы көн кешеләрҙе яҡынайта, үпкәләү һәм талаштарҙың барыһы ла онотола. Барыһы ла бер-береһен күрергә ысын күңелдән шат һәм осрашыу, мөғжизә көткәндәй, тыуған мәктәбенә ашыға...

Мәктәп уҡыусылары байрам концерт ыойошторҙо, унда шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр ҙә, ҡыҙыҡлы юмористик сығыштар ҙа булды. Уҡыусылар төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың фотоларв менән видеороликтар, стедтар әҙерләгәйне.

Мәктәп директоры Фәнүзә Әмирйән ҡыҙы барыһын да байрам уңайынан ҡотлап үтте һәм мәктәптең тормош-көнкүреше һәм уңыштары тураһында һөйләне. Концерт номерҙары ҡунаҡтарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Мәктәп уҡыусылары иһә лирик йырҙар бүләк итте. Бикҡол Советы ауыл биләмәһе башлығы Ришат Әхмәтшин мәктәп коллективына башҡарылған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм был күркәм сараға килеүселәрҙе тыуған мәктәптәрен онотмаҫҡа саҡырҙы. Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған мәғариф ветерандарының да иҫкә алыр нәмәләре күп ине, шулай уҡ беҙҙең арала булмағандарҙы хөрмәтләп телгә алды улар. Осрашыуға килгәндәр, ғәҙәттәгесә, бүләк тапшырҙы һәм үҙҙәренең сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Элгәре мәктәп уҡыусылары мәктәп коридоры буйлап үтте, уҡытыусылар бүлмәһендә ойошторолған фотоһүрәттәр музейында булды, үҙҙәренең парталар ыартына ултырып алды, уҡытыусылар менән аралашты. Ташып торған хистәр шатлыҡ та, моңһоулыҡ та өҫтәне. Иң мөһиме – битараф кеше булманы. Сөнки мәктәп күптәр өсөн үҙаллы тормошҡа старт майҙансығы булды.

Әлфиә Мөфтәхова,

Ҡаныҡай урта мәктәбенең тәрбиәүи эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Читайте нас: