Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2019, 19:28

Яҡшыраҡ эшләргә кәрәк

С.Юлаев исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында йыллыҡ отчет биреү йыйылышы булып уҙҙы.

Үткән йыл кооператив хужалығы өсөн уңышлы булды тип булмай – ҡоролоҡтан күп зыян күрелде. Иген культураларының тулайым йыйымы 2017 йыл уңышының яртыһын тәшкил итте. Әммә шул уҡ ваҡытта күрше кооператив игенселәре ярайһы уңыш йыйып алды. Был иһә С.Юлаев кооперативы хеҙмәтсәндәренең хеҙмәт дисциплинаһын боҙоуға, сәсеү эштәрен тамамлау һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн ярҙамды ситтән эҙләүгә бәйле. Һөҙөмтәлә агротехник сроктарҙы боҙғанлыҡтан кооператив аҡсаны ла, уңышты ла юғалтҡан.

Әҙерләнгән аҙыҡтың етерлек күләмдә булыуына ҡарамаҫтан, малсылыҡ тармағы ла тыбш килтермәгән. Бының сәбәбе – һауымдың түбән булыуы, һыйырҙарҙы ваҡытынан алда ташлатыу. Көтөүҙе яңыртыу һәм ашатыу рационын яҡшыртыу менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк.

Ғөмүмән, кооператив алға таба атлай. 2018 йылда һөтсөлөк-тауар фермаһы модернизациялау тамамланды, һыйырҙар бәйһеҙ тотоуға күсерелде, мал аҙығын таратыуҙан тыш, барлыҡ эштәр ҙә механикалаштырылған.

Тракторҙар һәм ауыл хужалығы машиналары паркын яңыртыу дауам итә. Сәсеү әйләнешендә юғары килемле культураларға өҫтөнлөк бирергә ниәтләйҙәр.

Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн, баҫыу эштәре ваҡытында ремонт менән шөғөлләнмәҫ өсөн, техниканы яҡшыраҡ әҙерләргә, яғыулыҡ-майлау материалдар ызапасы тупларға, хужалыҡтың һәр ағзаһына үҙ бурыстарын үтәүгә яуаплы ҡарарға кәрәк.

Вәғиз Кәримов,

Ауыл хужалығы идараһының хеҙмәтте һаулау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса баш инженеры.
Читайте нас: