Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 15:35

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты

Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә район дөйөм белем биреү учреждениеларының башланғыс класс уҡытыусылары семинары уҙҙы. Педагогтар мәктәп уҡытыусыларының дәрестән тыш сараларҙы нисек ойоштороуын ҡараны, тәнәфестә иһә “Файҙалы тәнәфестә” булды.

Семинарҙа ҡатнашыусылар уҡытыусыларҙың ижади күргәҙмәһе, мәктәп уҡытыусыларының “Мин барыһына ла өйрәнергә яратам” портфолиолары, “Игелек. Теләктәр ағасы” белем биреү проекты менән танышты.

Семинарға йомғаҡ яһау “түңәрәк өҫтәл” артында уҙҙы. Башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берләшмә етәксеһе Тамара Федотова “Педагогтың һөнәри яныуын профилактикалау” тигән мастер-класс үткәрҙе. Санкт-Петербурга “Ҙур Рәсәйҙә ауыл уҡытыусыһы” проекты сәфәренән алған тәьҫирҙәре менән уртаҡлашты, хеҙмәттәштәренә конкурстарҙа ҡатнашырға кәңәш бирҙе, сөнки былкамиллашыуға юл аса. Башланғыс кластарҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Надежда Чернова уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың уңыштары тураһында һөйләне.

Барыһы ла район кимәлендә үткән сараның яҡшы ойошторолоуын билдәләп үтте.

Зинаида Никитина.

Район методика кабинеты мөдире.

Елена Зарипова фотоһы.
Читайте нас: