Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2019, 15:58

Ил азаматтары – бөйөк хис тураһында

Мәғлүмәттәр буйынса, Ғашиҡтар көнөндә донъяла 2 млрд «валентинка», бер нисә тонна шоколад, шулай уҡ 227 млн. ҡыҙыл раузалар һатыла.

Ил азаматтары – бөйөк хис тураһында

Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам –

Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.

(Рауил Бикбаев)


Яҙмыш, яҙмыш, һиңә үтенесем шул:

Илһам ҡанатҡайынан ҡайырма!

Теләһәң уттарға һал, һыуҙарға һал,

Иллә мөхәббәттән айырма.

(Абдулхаҡ Игебаев)


О, мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы

Донъя тамуғында яндырҙың.

Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,

Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.

(Мостай Кәрим)


Мөхәббәтте һорап алмайҙар –

Йөрәк менән генә яулайҙар.

(Риф Мифтахов)


Мөхәббәтһеҙ кеше — иң бәхетһеҙ,

Ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы,

Ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел,

Тик мөхәббәт булғас – аяулы.

(Хәсән Назар)


Эй мөхәббәт! Һин дә яҙмыштарҙы,

Юрый ҡыландырған шикелле,

Ҡайһы ваҡыт ҡалай бутайһың бит,

Көҙҙө яҙҙай, яҙҙы көҙ кеүек.

(Самат Ғәбиҙуллин)


Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел,

Мөхәббәтем – иң ҙур хазина.

Мин йәшәйем икән был донъяла,

Йәшәйем тик һөйөү хаҡына.

(Рафаэль Сафин)


Мөхәббәт ул – йәшлек юлдашы,

Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы.

(Рафаэль Сафин)
Читайте нас: