Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2019, 17:20

Музыка уларҙы яҡынайтты

Уҙған йылдар сығарылыш уҡыусылары тыуған мәктәптәренә килде, унда онотолмаҫлыҡ музыкаль баласаҡ илендә булды.

Бишбүләк Балалар сәнғәт мәктәбендә лә ошо көндәрҙә осрашыу кисәһе булып уҙҙы. Сар абашланғансы, килгән ҡунаҡтар мәктәп буйлап йөрөнө, рәсемдәр күргәҙмәһен һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ҡаҙаныштарын ҡарай алды. Уҡытыусылар менән уҡыусылар бай мәҙәни программа әҙерләгәйне. Экрандарҙа бер-бер артлы уҙған йылдарҙың фотоһүрәттәре алмашынды, балалар таныш йөҙҙәрҙе, Шоссе урамындағы мәктәпте күрҙе.

Байрам сараһын гитарасылар ансамбле (А.Макеев, Р.Никитин, Д.Арыҫланов, Д.Никитин) асып ебәрҙе. Үҙҙәренең концерт номерҙарны К.Николаева, Б.Минһажев, Д.Никитин һәм уҡытыусылар Ф.Мирҫәлиева, Д.Мищенко тәҡдим итте. Тағын гитарасылар (А.Соколов, А.Борисова, А.Зайцев, К.Гатауллина) үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө. Бай йөкмәткеле концерт инструменталь ансамблдең сығышы менән тамамланды.

Артабан сығарылыш уҡыусыларына ике командаға бүленеп, интеллектуаль уйындар уйнарға тәҡдим ителде. Уҡытыусылар сығарылыш класс уҡыусылары өсөн музыкаль наказдар әҙерләгән. Уйындар тамамланғандан һуң, килгән ҡунаҡтарҙан Александр Горяйнов менән Роман Осипов музыкаль бүләк менән сығыш яһаны: дуэт менән дүрт ҡыллы гитарала уйнаны һәм йыр башҡарҙы.

Беҙҙең мәктәптә сығарылыш уҡыусыларын күреү, һеҙҙең мәктәпте һәм уҡыусыларҙы онотмауығыҙҙы күреү, кисәне бергә үткәрергә ваҡыт табыуығыҙ бик ҡыуаныслы. Быйыл беҙҙең мәктәп ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй, һеҙҙе байрамға саҡырам, - тип барыһына ла мөрәжәғәт итте Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Айгөл Бәхтиәрова.

Ирина Михайлова,

Автор фотоһы.
Читайте нас: