Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2019, 13:44

100 йыллыҡ юбилей уңайынан музейҙарҙа акция үтәсәк

Милли музей Башҡортостан ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышланған “Республиканың барлыҡҡа килеүе: йөҙҙәрҙә тарих” акцияһын үткәреү тураһында иғлан итә.

Акция дәүләт һәм муниципаль музейҙарҙа ағымдағы йылдың март һәм октябрь айҙарында уҙасаҡ. Музей сараларын уҙғарыу өсөн төп даталар: 23 март – Совет Рәсәй составында Башҡорт автономияһы ойошторолоуға 100 йыл һәм 11 октябрь -- Башҡортостан Республикаһы көнө.

Юбилей саралары был даталар менән генә сикләнмәй.

“Юбилей йылында музейҙар Башҡортостан тарихының төҙөлгәндән алып беҙҙең ваҡытҡа тиклем шәхестәрҙе тәҡдим итә, республика халҡын һәм ҡунаҡтарын Башҡорт автономияһының шишмә башында торған, хәрби батырлыҡ күрһәткән һәм 1919 йылдан 2019 йылға тиклем төбәктең ижтимағи, мәҙәни һәм иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр менән таныштырасаҡ”, – ти ойошторорусылар.

Музейҙар яңы тематик күргәҙмәләр ойошторасаҡ, ә күргәҙмәләр эше сиктәрендә тематик саралар уҙасаҡ. Тематик күргәҙмәләр ағымдағы йылдың мартынан октябрь айына тиклем эшләйәсәк.

Республика акцияһы балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүгә, граждандарҙы Башҡортостан һәм тыуған яҡ тарихына, мәҙәниәтенә музей саралары аша йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: