Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2019, 19:57

Алда беҙҙе бик күп эштәр көтә

Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, уйындар, йырҙар йырлап үҫкән, пионер булған йылдар күптәрҙең күңелендә әлегеләй һаҡлана. Кисәге пионерҙар өлкәнәйҙе, әммә, улар менән һөйләшкәндә, пионер тормошо тураһындағы хәтирәләрҙән күҙҙәре осҡонланып китә.

Беҙҙең мәктәптә “Ялҡын” дружинаһының пионер эше башланды, ул биш пионер отрядын берләштерә. Барлығы 83 пионер. Һәр отряд райондың күренекле шәхесе исемен йөрөтә. Дриужинала эш тәүге көндәрҙән үк башланды. Беренсе йыйын пионерҙар ойошмаһы тарихына бағышланғайны, унда уның тарихи үткәне, балаларҙың пионерҙар закондары буйынса нисек йәшәүе, пионерҙар ойошмаһының ниндәй роль уйнауы тураһында белделәр. Әлеге мәлдә әүҙем пионерҙар макулатура йыйыу менән мәшғүл.

“Изгелек ишек шаҡый” тигән акцияға ҡушылып, ҡулдан бәйләнгән йылы әйберҙәр йыйып, социаль приютта тәрбиәләнеүсе малай һәм ҡыҙҙарға бүләк иттек. Беҙҙә тимурсылыҡ эше әүҙемләште. Һәр ай һайын дружина советы йыйыла, унда төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алышабыҙ. Төп һорау: “Пионер ойошмаһы булырмы йәки юҡмы?” Балалар бер тауыштан: “Булыр!” – тине. 22 ғинуарҙа Аркадий Гайдарҙың 115-йыллығын билдәләп үттек, “Тимур һәм уның командаһы” фильмын ҡараныҡ.

“Күп белеүселәр” уйын-конкурсы бик мауыҡтырғыс булды. Отрядтар пионерия тураһында һорауҙарға яуап эҙләп, үҙ белемдәрен күрһәтте, пазл-рәсемдәр йыйҙы, мәҡәлдәрҙән һүҙҙәр төҙөнө, Башҡортостан, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының биографияһы буйынса яуап эҙләне. Иң яҡшыһы Муса Гәрәев исемендәге отряд булды. 8 февралдә уҙғарылған йыйын йәш герой-антифашист көнөнә арналғайны.

Балалар рапорт бирергә, актик эшләргә, кәрәкле мәғлүмәт эҙләргә, хәбәрҙәр әҙерләргә, бер-береһен тыңларға өйрәнде. Пионер үҙидарһы уларға ойоштороу күнекмәләрен булдырырға, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын коллектив ихтыярына буйһондорорға өйрәнергә ярҙам итә.

Ләйсән Көҫәпҡолова,

Айыт урта мәктәбенең өлкән пионервожатыйы.
Читайте нас: