Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2019, 13:55
Рәсәйҙәр мартта нисек ял итәсәк
Рәсәйҙә 8-10 март ял көндәре булып тора, тип яҙа «Российская газета» Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәтенә һылтанма менән.
Рәсәйҙәр өс көн рәттән ял итә ала, сөнки йома, 8 март, — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан байрам, ә 9 һәм 10 март — календарь ял көндәре.
Бынан тыш, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 7 март — ҡыҫҡартылған эш көнө.
Ведомствола белдереүҙәренсә, февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы өҫтәмә ял көнө булмай, сөнки шәмбе, 23 февралдәге ял йома, 10 майға күсерелде. Ләкин йома, 22 февралдә, эштән бер сәғәткә алдараҡ сығырға мөмкин.
Майҙа рәсәйҙәрҙе 1-нән 5-енә тиклем — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм 9-ынан 12-һенә ҡәҙәр Еңеү көнө айҡанлы ялдар көтә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә лә оҙайлы ялдар тура килә — 2 ноябрҙән 4-енә тиклем.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"