Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2019, 13:07
70 һум тигәс, тимәк, 70!
Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сүп-сар ташыған өсөн ҡуйылған хаҡҡа ҡарашын белдерҙе.
Элегерәк был түләү хаҡы уның талабы буйынса ошолай билдәләнгәйне: күп ҡатлы йорттарҙағы фатир хужалары өсөн – 70 һумдан, ә ошоға саҡлы ҡалдыҡтар ташыу системаһы булмаған ауыл халҡы өсөн 35 һумдан артмаҫҡа тейеш. “Алынып еткерелмәгән килем тураһында минең менән һөйләшеү алып барырға кәрәкмәй. 70 һум тип әйткәнмен икән, тимәк – 70! Ә төбәк операторҙарының эшен баһаларбыҙ, бөгөнгә мин уларҙың күп инвестиция һалғанын күрмәйем. Әгәр ҙә күмәкләшеп аҡса йыйып, сүпте сорттарға айырыу буйынса 20 завод төҙөһөләр, ул саҡта аңлар инем – килеп һөйләшә башлаһындар. Хәҙергә миңә уларға бик ҡыйын булыуы тураһында һөйләргә кәрәкмәй”, – тине республика етәксеһе.
Автор: Р. Кәлимуллин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"