Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә йомғаҡлау йыйылышы булып уҙҙы. Ауыл өсөн мөһим сарала Гражданлыҡ инициативаларын өйрәнеү үҙәге консультанты Рәфил Аҫылғужин ҡатнашты. Рәфил Рифғәт улы халыҡты Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы.
Айыт ауылы халҡының Айыт ауылы зиратын ҡоймалап алыу өсөн мөмкинлеге бар. Зират ул – изге урын һәм даими тәрбиә талап итә. Бөгөнгө көнгә тиклем халыҡ менән билдәле бер эш башҡарылды: ауыл активы менән әңгәмәләр үткәрелде. Ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре коллективы менән дүрт башланғыс йыйылыш, халыҡ араһында анкета үткәрелде. Барыһы ла Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу һәм зират ҡоймаһын алмаштырыу тәҡдимен хупланы, - тип мөрәжәғәт итте Ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Ғимазетдинов.
Айыт ауылы старостаһы Р,Г. Мөхтәсимов, урындағы урта мәктәп директоры И.Р.Шафиҡов, “Дим” йәмғиәте директоры М.Ғ.Мөхтәсимов әлеге тәҡдимде хупланы. Йомғаҡлау йыйылышында бер тауыштан Айыт ауылы зиратын ҡойма менән әйләндереп алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Зират ҡоймаларын алмаштырыуға алдан иҫәпләү сметаһы буйынса 981 550 һум кәрәк. Проекттың әлеге сметаһы хаҡын иҫәпкә алып, айыт ауылы халҡы 641 550 мең һум күләмендә республика субсидияһын биреүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итергә ниәтләй. Ауыл халҡынан 200 000 һум аҡса йыйырға ҡарар иттеләр. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Айыт ауылында йшәүсе һәр бәлиғ булған заттан 300-әр һум аҡса йыйып, ауыл биләмәһе бюджетынан 140 мең һум аҡса бүлеп биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Был көндө халыҡ Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә был изге эште ойоштороу өсөн түбәндәге составта инициатив төркөм һайланылар: Рамил Мөхтәсимов, Мөхәммәт Нафиҡов, Илзидә Ғәтиәтуллина, Малик Ғафаров, Илмира Вилданова, Рәзилә Бәшәрова, Әлфиә Нафиҡова, Гөлфинә Хажиева, Рәсүл Дәүләтшин.
Йыйылышта ҡатнашыусылар, экономияланған осраҡта, артып ҡалған аҡсаға зират территорияһын төҙөклөндерергә, сүп-сар йыйыу өсөн урналар урынлаштырыуға һәм зиратта инеү юлдарына ҡырсынташ һалырға тип ҡарар итте.
Инирна Михайлова әҙерләне.