Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2019, 14:03

Контейнерҙар тураһында ғына түгел

Көн тәртибендә – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу мәсьәләһе

Хөрмәтле Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы! Cүп-сарҙы контейнерға йыйыу ойошторолған торлаҡ пункттарҙа йорт буйлап тоҡтарҙы йыймаясаҡтар инде. Яҡындағы контейнерҙарға график буйынса бер тәүлектән дә иртәрәк һалырға түгел. Контейнерҙар уртаҡ – шуға күрә контейнерҙарҙы “үҙеңдеке” һәм “сит”кә бүлергә кәрәкмәй.

Контейнерҙар урынлаштырыу урындары көйләнә, хәҙерге ваҡытта улар урамдарҙа ҡышҡы ваҡытта сығарыу өсөн ваҡытлыса тора. Йәй көнө контейнерҙар ҡойма менән уратып аланыасаҡ, ҡаты майҙансыҡта торасаҡ. Контейнераҙр әлегә тулы күләмдә ҡуйылмаған, тиҙҙән яңылары ҡайтасаҡ.

Уларҙы урынлаштырыу буйынса барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә эш көндәрендә эш сәғәтендә ауыл Советы бинаһында 2,4-се кабинетта ҡабул итәләр һәм фекер алышалар (“Экология Т” йәмғиәте вәкиле Рәсүл Камаев, Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ситдиҡов’.

Контейнерҙарҙы үҙаллы урындарынан күсермәҫкә, ауҙармаҫҡа, ул муниципаль милек, шуға бәйле, административ яза биреләсәк).

Райондың башҡа ауыл Советтарында йәшәүселәрҙе һорауҙар менән Бишбүләккә килеп йөрөмәүҙәрен һорайбыҙ, сөнки беҙҙең ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәре менән консультациялар ойоштороласаҡ, пропискаға индерелегән граждандарҙың ғәмәлдә булмауы тураһында белешмәләр ҡабул итеү өсөн күсмә көн билдәләнәсәк (физик заттың йәшәү-йәшәмәүе тураһында ябай белешмәләр ҡабул ителмәй, ә теркәлеүҙән төшөү датаһы һәм паспорт күсермәһе кәрәк), башҡа ҡалала уҡыу, эшләү тураһында белешмәләр – 2-22-42 (Рәсүл Таһир улы) номеры буйынса асыҡларға мөмкин.

Ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәренән ысынбарлыҡҡа тап килмәй торған белешмә бирмәүҙәрен үтенәбеҙ – белешмәлә адрес буйынса барлыҡ теркәлгән кешеләр ҙә булырға тейеш.

Бишбүләк ауылы халҡына тәүге квитанциялар 10 февралдән уҡ киләсәк. Февраль айында квитанцияларҙа ЭСКБ-ҙан түләү әлегә Бишбүләк ауылы халҡына ғына айырым юл менән киләсәк. Райондың башҡа тораҡ пункттарында йәшәүсекләр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм түләү графигы һуңыраҡ, март айында баҫыласаҡ.

Әгәр түләү документында түләү иҫәпләү буйынса мәғлүмәттәр дөрөҫ күрһәтелмәһә, яңынан иҫәпләү өсөн ғариза һәм раҫлаусы документтар бирергә кәрәк. Түләү граждандар һанынан ҡарап иҫәпләнә (теркәлгән граждандар буйынса мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн үҙ ауыл Советтарында асыҡлағыҙ). Адрес буйынса бер кем дә теркәлмәгән осраҡта, түләү милекселәр һанынан иҫәпләнә.

Әгәр милексе ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы инде ысынлап та башҡа адрес буйынса түләй икән, иҫәп-хисап яңынан яһаласаҡ – бының өсөн йәшәү урыны һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләү адресы буйынса шәхси иҫәптән (йорт кенәгәһенән) белешмә бирергә кәрәк. Иҫәп-хисап яһауҙа яңылышлыҡ киткән булһа, түләү, мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң яңынан иҫәпләнә. Граждандарҙың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләү ай һайын аҡсалата компенсация (ЕДК) түләгәндә һәм тораҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар индереләсәк. Һәр ғаилә өсөн субсидия күләме индивидуаль рәүештә иҫәпләнә. Граждандар Күпфункциялы үҙәктән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия ала (Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү сайтында тораҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар иҫәпләү буйынса онлайн-кулькулятор урынлаштырылған hhp:rcspn.mintrudrb.ru/housing subvention calkulator судсидияға граждандарҙың айырым категориялары хоҡуҡлы, тулыраҡ бында hhp://rcspn/ mintrudrb.ru/posts/74694). Тораҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ЕДК йәки субсидия алыусыларға Күпфункциялы үҙәккә яңынан иҫәпләү өсөн мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, яңынан иҫәпләү автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.

Дөйөм мәғлүмәт Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең В Контакте төркөмөндә баҫыла https://vk.com/sp_bizh, https://vk.com/topic: 174612056_39049116.

7 февралдән башлап (“Экология Т” йәмғиәте вәкиле Рәсүл Таһир улы Камаев Бишбүләк ауылы, Хеҙмәт урамы, 13 йорт, 2-се кабинетта һорауҙарға яуап бирә, шәхси предприятиелар һәм юридик заттар менән килешеүҙәр рәсмиләштереү, контейнерҙар урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр һәм түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү өсөн белешмәләр ҡабул итә ала.

Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас: