Төбәктең Мәғариф министрлығында был яңылыҡ түңәрәктәргә һәм секцияләрға йөрөүсе балаларҙың һанын арттырасаҡ, тип белдерәләр.
Рәсми статистика күрһәтеүенсә, бөгөн мәктәп уҡыусыларының 78,5 проценты төрлө өҫтәмә дәрестәргә йөрөй. Был һандың дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген яңы электрон система эшләй башлағас әйтергә мөмкин буласаҡ.
Ата-әсәләр, әлеге программаға теркәлеп, онлайн-режимда балаһына иҫәптә күпмелер һум аҡса булған электрон документ булдыра ала. Был сертификатты өҫтәмә дәрестәргә, шахмат, бассейн һәм башҡа түңәрәктәргә түләү өсөн генә ҡулланып була.
— Ата-әсәләргә электрон системала баланың ҡайҙа йөрөйәсәген билдәләргә генә кәрәк буласаҡ. Унда төбәк бюджетынан өҫтәмә дәрестәр өсөн түләүҙәр йүнәлтеләсәк. Әгәр бала түңәрәкте ташлаһа, түләүҙәр шунда уҡ туҡтатыла. Ә ҡалған аҡсаны башҡа түңәрәктәр өсөн тоторға мөмкин буласаҡ, — ти мәгариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хаҗин.