Мөрәжәғәттәр менән эшләү буйынса граждандар өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәттәр Башҡортостан Хөкүмәтенең интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/
www.pravitelstvorb.ru) урынлаштырылған. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графиктары, Башҡортостан Хөкүмәте Регламенты, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш мәғлүмәттәре, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә интернет аша мөрәжәғәт итеү алымы менән таныша ала.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы
Отчет осоронда республика Хөкүмәтенә 16 944 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың 3429-ы Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, 6199-ы — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән, 189-ы — Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан, 347-һе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн компетенция буйынса ҡайтанан ебәрелгән, 6780 мөрәжәғәт граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән.
Юғары дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәренә ҡағылышлы мәғлүмәтте һорап 434 хат килгән.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2018 йылда килгән мөрәжәғәттәрҙә 17560 мәсьәлә күтәрелгән. Шуларҙың 5817-һе (33,1 %) — торлаҡ-коммуналь өлкәгә, 4827-һе (27,5 %) — иҡтисадҡа, 4319-ы (24,6 %) — социаль өлкәгә, 1986-һы (11,3 %) — дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт өлкәһенә, 611-е (3,5 %) оборонаға, хәүефһеҙлеккә һәм законлылыҡҡа ҡағыла.
Башҡортостан Республикаһы халҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, нигеҙҙә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү (1600 мөрәжәғәт), дөйөм мөлкәтте (канализацияны, елләтеү системаһын, ҡыйыҡты, ҡойманы, инженерлыҡ ҡорамалдарын, дөйөм файҙаланыу урындарын, йорт яны ихаталарын) тәртиптә тотоу (1736), коммуналь хеҙмәт күрһәтеү (168);
иҡтисад өлкәһендә: граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, ошо өлкәне дәүләт контроле һәм күҙәтеүе (1169 һорау), юлдарҙы, шул иҫәптән тротуарҙарҙы төҙөкләндереү (651), комплекслы төҙөкләндереү (385), икенсел сеймалды һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, полигондар, тирә-яҡ мөхитте бысратыу, һауаға зарарлы матдәләр сығарыу (64);
социаль өлкәлә: һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спорт, туризм (1434 мөрәжәғәт), мәғариф, фән, мәҙәниәт (792), хеҙмәт һәм халыҡтың мәшғүллеге (420), социаль тәьминәт һәм социаль страховкалау (1313), ғаилә (407) мәсьәләләре борсой.
Асыҡланыуынса, иң күп мөрәжәғәт Өфө (4647), Стәрлетамаҡ (970), Октябрьский (517), Салауат (439), Нефтекама (386) ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө (422), Белорет (385), Туймазы (332), Ишембай (332), Иглин (242), Мәләүез (228), Бәләбәй (208), Учалы (204) райондарынан килгән.
Граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү тураһында
Халыҡтан телдән һәм яҙма килгән мөрәжәғәттәр менән эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо нигеҙендә республика Хөкүмәте Премьер-министры, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан киләһе кварталда граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Республиканың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында күсмә ҡабул итеүҙең датаһы тураһында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/
www.pravitelstvorb.ru) граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырылған.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары халыҡты Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ҡабул итә.
Отчет осоронда Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә ошондай 28 сара үткәрелгән. Уларҙа 130 кешенең мөрәжәғәте ҡаралған. 29 күсмә ҡабул итеүҙә иһә 126 кешенең мәсьәләһе тикшерелгән.
Республика дәүләт органдары етәкселәре 201 күсмә ҡабул итеү сараһы ойошторған. Уларҙа 1003 кешенең үтенесе ҡаралған.
Автор: Р. ХӘСӘНОВ әҙерләне