Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Байрамды билдәләү өсөн институттың педагогика һәм технология факультеттары студенттары уҡыу йорто алдындағы билдәле шәхестәр аллеяһында йыйылды. Педагогика факультетының башҡорт-рус филологияһы йүнәлешендә белем алыусы студенттары был датаны билдәләү тарихы менән таныштырҙы: был көн 1952 йылда Пакистанда булып үткән ҡанлы ваҡиғалар менән бәйле икән. Ул ваҡыттарҙа, халыҡтың күбеһе бенгаль диалектында һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, илдә урду теле дәүләт теле булараҡ тәҡдим ителә. Быға Дакки университеты студенттары ҡырҡа ҡаршы сыға. Әммә демострацияға сыҡҡан студенттарға ҡаршы ут асыла. Һөҙөмтәлә дүрт студент һәләк була. Бер ғәйепһеҙ студенттарҙың вафатынан һуң, илдә ризаһыҙлыҡ акциялары үтә. Халыҡ бенгаль теленең дәүләт теле итеп иғлан ителеүенә ирешә.
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.