Дим буйҙары
+9 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраля 2019, 09:13
Приставка өсөн компенсация юллай алаһығыҙ
10 февралдән һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәләрҙә йәшәгән республика граждандары күп функциялы үҙәктәргә һанлы телевидение ҡорамалдары өсөн компенсация юллап мөрәжәғәт итә ала.
Бындай аҡсалата ярҙам халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы мохтаж ғаиләләргә ҡаралған.
Дәүләт ярҙамы бер тапҡыр ғына күрһәтелә. Әгәр бер хужалыҡта, йәғни ғаиләлә компенсацияға хоҡуҡлы бер нисә кеше йәшәһә, аҡсалата ярҙам уларҙың һәр береһенә айырым түләнмәй.
Компенсацияны ағымдағы йылдың 25 декабренә тиклем юллап өлгөрөргә кәрәк. Уның суммаһы быйыл һатып алынған һанлы телевидение ҡорамалының хаҡына ҡарап билдәләнә, әммә бер мең һумдан артыҡ була алмай.
Республика биләмәләрендә эшләгән күп функциялы үҙәктәрҙең адресы, эш ваҡыты, шулай уҡ компенсация юллау өсөн кәрәкле документтар исемлеге менән ойошманың рәсми сайтында – mfcrb.ru йәки бәйләнеш үҙәге телефоны аша танышырға мөмкин: + 7 (347) 246-55-33.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"