1990 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан Министрҙар Кабинеты “Башҡортостан Республикаһының флагы, гербы һәм гимнына иң яҡшы проектҡа конкурс үткәреү тураһында” ҡарар ҡабул итә. Конкурс комиссияһында төрлө һөнәр эйәләре, ойошмалар тәҡдим иткән ҡырҡҡа яҡын дәүләт атрибутының проекты ҡарала.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы итеп рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим иткән проект һайлап алына. Уны Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылдың 25 февралендә раҫлай.
Әләмдәге төҫтәргә ҙур мәғәнә һалынған: зәңгәр – төбәктә йәшәгәндәрҙең алсаҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын; аҡ – халыҡтарҙың тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын; йәшел иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы республикала халыҡтарҙы берләшеүгә нигеҙ һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә.
Автор: Р. МУСИНА әҙерләне