Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2019, 17:52

Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн награда

Өфөлә «Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр гражданлыҡ форумы барышында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе ситтәрҙең бәләһенә вайымһыҙ ҡалмаған өсөн йәш геройҙарға рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙ – республикабыҙҙың киләсәге, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә, оло быуынға, тормошта ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген һеҙҙән өйрәнергә кәрәк. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ».

Тантана геройҙары Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусынан иҫтәлекле бүләктәр алды.

Башҡортостанда балаларҙы бүләкләү танатанаһы йәмәғәтселеккә кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған балалар һәм үҫмерҙәр тураһында һөйләүгә йүнәлтелгән «Кескәй геройҙар форумы» проекты барышында уҙа.

Республикала форум тәүге тапҡыр бер йыл элек ойошторолдо һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Уға йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала алған республика балалары саҡырылды.

Быйыл наградаға 28 бала лайыҡ булды. Уларҙың ҡайһы берҙәре тамашасыны таң ҡалдырып бейей, икенселәре иҫ киткес итеп йырлай, ә өсөнсөләр кеше ғүмерен ҡотҡарған. Мәҫәлән, Бишбүләктән килгән Инсаф Миһранов астма сире өйәнәге тотҡан иргә ярҙам ҡулы һуҙған.

Инсаф йыш ҡына олатай-өләсәһе йәшәгән Аҙнай ауылында йәйге каникулдарын уҙғарырға ярата. Ул бында йыш булғанға күрә, Дим буйының һәр төбәге уға таныш, йылғаны ла бер тында йөҙөп сыға ала.

Бер мәл туған-тыумаса менән йылға буйына ял итергә барғас, өлкәндәр һыу ҡойонорға төшә, ә малай резинала кәмәлә йөрөргә уйлай. Бер арала ҡунаҡҡа ҡайтҡан Сәһәръяр бабаһы аръяҡҡа йөҙөп сыға һәм астма өйәнәге тотоп, һыуға ҡолап төшә. Шул тирәлә кәмәлә йөрөгән Инсаф юғалып ҡалмай, тиҙ генә ярҙамға килә.

- Бабайым ҡамыштар араһында ята ине,ә йылғаның икенсе яғынан ул күренмәй ине, - ти мәктәп уҡыусыһы.- Мин кәмәне ярға сығарҙым, шул ваҡытта бабайым иҫенә килде, һәм торорға маташты. Мин унан кәмәгә ултырыуын һораным, әммә, бер-ике аҙым атлау менән ул ҡабат иҫен юғалтты.

Инсаф тыны быуылған ауырыуҙы кәмәлә Дим йылғаһының бер ярынан икенсеһенә алып сыға. Уларҙы көтөп торған яҡындары ваҡытты әрәм итмәй яһалма һулыш алдырырға тотона һәм "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡыра.

Киҫкен мәлдә юғалып ҡалмаған ҡыйыу малай хәҙер яҡындарының ғорурлығы.



Читайте нас: