Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2019, 12:06

Намыҫ, тоғролоҡ, батырлыҡ өлгөһө һеҙ!

Бөгөн – Ватанды һаҡлаусылар көнө

Башҡортостан егеттәре Рәсәй армияһының йөҙөк ҡашы булып тора.

Бөгөн Рәсәй армияһының барлыҡ төр ғәскәрҙәрендә 9 меңдән ашыу яҡташыбыҙ хеҙмәт итә. Көҙгө саҡырылышта 4,5 меңдән ашыу кеше хәрби хеҙмәткә оҙатылған. Уҙған йыл армия сафтарын 900 контрактсы тулыландырған.

Йәштәрҙең армияға юғары әҙерлектә барыуы республика Хөкүмәте, муниципалитеттар, хәрби комиссариаттар, башҡа органдарҙың көйлө эше һөҙөмтәһе булып тора. Республика биләмәһендә урынлашҡан хәрби частар ҙа әҙерлек буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәйҙәр, йәмәғәтселек именлеген тәьмин итеүҙә, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә актив ҡатнашалар.

Республиканың авиация двигателдәре, вертолеттар, “вездеход” техникаһы, радиоэлектроника, телекоммуникация йыһаздары, ракета яғыулығы етештереүсе предприятиелары Ҡораллы Көстәрҙе модернизациялауға ҙур өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа оборона-сәнәғәт комплексын технологик яңыртыу, продукция төрҙәрен киңәйтеү буйынса мөһим аҙымдар яһалды.

Үҙәк хәрби округтың 29 төбәге араһында Башҡоротстан Йәш армия хәрәкәтен үҫтереү буйынса

иң яҡшылар иҫәбенә инде. Йәштәр Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексының республика фестивалендә актив ҡатнаша.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин илһөйәрлекте хәл иткес көс тип атаны. Ул барлыҡ рәсәйҙәрҙе берләштерә. Ватан хаҡына намыҫлы хеҙмәт итеү, уны яҡларға әҙер булыу – республиканы, илде ихлас яратыу ул!

Хөрмәтле егеттәр, ир-уҙамандар, атайҙар һәм олатайҙар! Барығыҙҙы ла Ватанды hаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйбеҙ.
Читайте нас: