Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2019, 19:04

.“Орленок”та булыуым менән ғорурланам

Ғинуар айында миңә “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә - “Штормовой” лагерында булыу бәхете тейҙе. Смена “Быуат менән уҙышып. Диңгеҙ дәүләте. Асыштар ваҡыты” тип аталды.

Мин булған сменаның төп йүнәлештәренең береһе диңгеҙ һөнрәҙәре академияһы курстары булды. Беҙ диңгеҙҙә йөрөүҙе һайланыҡ һәм һөнәр тураһында күп нәмәләр белдек. Йәш курсанттар өсөн “Диңгеҙ пехотаһы”, “Штурман эше нигеҙҙәре”, “Карап оҫтаханаһы”, “Диңгеҙ авиацияһы осоусыһы”, “Диңгеҙ астрономияһы нигеҙҙәре” һ.б. программалары әҙерләнгәйне.

Мин йәш карап төҙөүсе булдым. Курс ваҡытында беҙ караптарҙы төҙөргә өйрәндек, ҡабырсыҡтарҙың төрлө төрҙәре тураһында һәм уларҙың ҡайҙа йышыраҡ осрауҙары тураһында белдек. Өлкән йәштәге малайҙар өлкән тәрбиәселәргә уларҙың экипажы хкрмәтенә “Пламенный” карабы макетын бүләк итте. Ә беҙ диңгеҙ музейына ҡуйған һал макетын яһап ҡуйҙыҡ - “Орленок” тарихында эҙ ҡалдырҙыҡ.

Йәш хәбәрселәр советы ағзаһы булараҡ, көн һайын лагерҙың рәсми төркөмөндә экипаж эшсәнлеге тураһында постар ҡуйҙыҡ. Смена дауамында барған конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең “Пылкий“ экипажы иң күп мәғлүмәт йыйғаны булып сыҡты.

Быларҙың барыһын да күреү, бөркөт балаһы, йәш диңгеҙсе булыу һәм лагерҙың күп йыллыҡ тарихының бер өлөшө булыу мөмкинлеге өсөн ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға, район хакимиәтенә рәхмәт белдерәм. Минең хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт!

“Орленок”та булып ҡайтҡан балаларҙың барыһы ла лагерҙың үҙенсәлекле булыуы менән килешерҙәр, тип ышанам. Ул башҡаларҙан бындағы йылы атмосфера, өйҙәге кеүек уңайлыҡтары менән айырылып тора. Нисек кенә яңғырамаһын, сменала беҙ, ысынлап та, бер бөтөн ғаиләгә әүереләһеҙ.

Бына һуңғы көн... Һеҙ “орленок” түңәрәгендә баҫып тораһығыҙ, күҙ йәштәре аша һаубуллашыу йырҙарын башҡараһығыҙ һәм бының ҡабатланмаясағын аңлайһығыҙ. Бәлки, һеҙ бер ҡасан да әлеге балаларҙы, смена ваҡытында ата-әсәйҙәрегеҙҙе, ағай һәм һеңлелерегеҙҙе алыштырған вожатыйығыҙҙы башҡаса күрмәҫһегеҙ. Тик күңел түрендә ҡасан да булһа бында ҡабат киләсәгегеҙҙе аңлайһығыҙ, сөнки һеҙҙе был урын һәм был кешеләр менән һеҙҙе ниндәйҙер еп бәйләүен аңлайһығыҙ.

Алһыу Мөхтәсимова,

Айыт урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Фото шәхси архивтан.
Читайте нас: